Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
4 Август 2025, 06:30

Эх, ҡайғыға һалдың, Ирек ағай!..

Ирек ағай хаҡында аҫта уҡығыҙ.  Гәзитебеҙҙең иң әүҙем хәбәрселәренең береһе ине ул алсаҡ йөҙлө, ихлас Ирек ағай Ишмәтов. Педагогик хеҙмәт ветеранының иҫтәлектәре, ауылдаштары, ауылда уҙған төрлө саралар хаҡындағы мәҡәләләре, шиғырҙары оҙаҡ йылдар гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байытты, уны уҡымлы итеүгә булышлыҡ итте.

Эх, ҡайғыға һалдың, Ирек ағай!..Эх, ҡайғыға һалдың, Ирек ағай!..
Эх, ҡайғыға һалдың, Ирек ағай!..

 Ошо көндәрҙә Ыуары ауылы уҙаманы ерҙәге юлын тамамлап, мәңгелеккә беҙҙең аранан киткән... Күңелдәрҙә үҙе тураһында тик яҡшы иҫтәлектәр генә ҡалдырҙы ул! Уның урыны йәнәттә, мәңгелек йоҡолары тыныс булһын!

 Ирек ағайҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

1935 йылдың 7 ноябрендә  ябай крәҫтиән ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килгән Ирек Рәхмәтулла улының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, Юлдыбай ете йыллыҡ мәктәбендә, 4 йыл Темәс педагогия училищеһында уҡый, 3 йыл әрме сафтарында була.

 46 йыл эш стажының 38-ен балаларға белем биреүгә арнай ул. Намыҫ ҡушыуы буйынса эшләй: 1981 йылда РСФСР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була,1994 йылда Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеме бирелә.

 1958 йылда ул ауылдашы Фәриҙәгә өйләнә, ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр (Фәриҙә Сәғитйән ҡыҙы ла педучилище тамамлаған, 30 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған).

 Көҙгә Ирек ағайға 90 йәш тулған булыр ине...

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас