Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2025, 09:40

АУЫЛ ЙӨҘӨН КЕШЕЛӘР БИЛДӘЛӘЙ

 Күгәрсен ауылы халҡы борондан эш һөйөүсән һәм һөнәрле булыуҙары менән айырылып торған. Заманында ул үҙенең балта оҫталары, кейеҙ итек баҫыусылары, тегеүселәре, шәл бәйләүселәре, икмәк бешереүселәре, балаҫ һуғыусылары менән дан тотҡан. Ваҡыт үҙ ағымы менән аға тора, әммә шуныһы үҙгәрешһеҙ: ауылды тотоп торған хәстәрлекле төрлө һөнәр эйәләре бөгөн дә уның йөҙөн билдәләй: кемдер инде хаҡлы ялда булып, кәңәшсе ҡоронда булһа, икенселәре ең һыҙғанып хеҙмәт итә, өсөнсөләре иһә әле улар артынан күҙәтеп, һәр һөнәрҙе үҙләштереп барырға ынтылған кескенә йәш быуын...  Ауыл йөҙөн кешеләр билдәләй. Һәр ауылдың төп байлығы –  уның әүҙем, тырыш, уңған, эскерһеҙ, игелекле кешеләре. Улар – ауылдың таяныс-терәге. Һәр ерлектә хәл ителә торған проблемалар, ауылдың бөгөнгө көндәге йәшәйеше лә күпселек осраҡта уның халҡына бәйле. Беренсе сиратта, ойоштороу һәләте булған кешеләр ауылды туплай.  Ауыл йәшәһен өсөн, ниндәйҙер яңылыҡ булдырыу өсөн янып йөрөүселәребеҙ бөгөн дә шаҡтай беҙҙең ауылда. Һүҙ ошо ауылда тыуып үҫкән, ошонда ғүмер кисергән Зилфат Мөхәммәтзариф улы Абдуллин тураһында.

АУЫЛ ЙӨҘӨН КЕШЕЛӘР БИЛДӘЛӘЙАУЫЛ ЙӨҘӨН КЕШЕЛӘР БИЛДӘЛӘЙ
АУЫЛ ЙӨҘӨН КЕШЕЛӘР БИЛДӘЛӘЙ

 Күгәрсен ауылы халҡы борондан эш һөйөүсән һәм һөнәрле булыуҙары менән айырылып торған. Заманында ул үҙенең балта оҫталары, кейеҙ итек баҫыусылары, тегеүселәре, шәл бәйләүселәре, икмәк бешереүселәре, балаҫ һуғыусылары менән дан тотҡан. Ваҡыт үҙ ағымы менән аға тора, әммә шуныһы үҙгәрешһеҙ: ауылды тотоп торған хәстәрлекле төрлө һөнәр эйәләре бөгөн дә уның йөҙөн билдәләй: кемдер инде хаҡлы ялда булып, кәңәшсе ҡоронда булһа, икенселәре ең һыҙғанып хеҙмәт итә, өсөнсөләре иһә әле улар артынан күҙәтеп, һәр һөнәрҙе үҙләштереп барырға ынтылған кескенә йәш быуын...

 Ауыл йөҙөн кешеләр билдәләй. Һәр ауылдың төп байлығы –  уның әүҙем, тырыш, уңған, эскерһеҙ, игелекле кешеләре. Улар – ауылдың таяныс-терәге. Һәр ерлектә хәл ителә торған проблемалар, ауылдың бөгөнгө көндәге йәшәйеше лә күпселек осраҡта уның халҡына бәйле. Беренсе сиратта, ойоштороу һәләте булған кешеләр ауылды туплай.

 Ауыл йәшәһен өсөн, ниндәйҙер яңылыҡ булдырыу өсөн янып йөрөүселәребеҙ бөгөн дә шаҡтай беҙҙең ауылда. Һүҙ ошо ауылда тыуып үҫкән, ошонда ғүмер кисергән Зилфат Мөхәммәтзариф улы Абдуллин тураһында. Ауылыбыҙҙың йөҙөн һаҡлап ҡалыу, унда йәшәүселәрҙең тормошон тағы ла файҙалыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн башлап йөрөүселәрҙең береһе ул. Ниндәйҙер мөһим сараларға мәктәп, район балаларын автобуста алып барыумы, сираттағы байрам үткәреүгә яңы идеялар индереп, ойоштороу эшенә ҡушылыумы, хәрби хеҙмәттәге, махсус хәрби операциялағы һалдаттарға гуманитар ярҙам әҙерләүме – ул һәр береһенә өлгөрә.

 Ауылды йәшәртер өсөн нәҡ шундай кешеләрҙең булыуы шатландыра.
 Ауылды һаҡлап ҡалыу, халҡына булышыу өсөн йән атып йөрөй ул. Бер оло менән, бер кесе менән кәңәшләшеп эш ит, тигән боронғолар. Зилфат Мөхәммәтзариф улы һәр эшен төплө кәңәштәргә таянып башҡара.

 Ул кешеләрҙе ышандыра белә, һәр кем менән уртаҡ тел таба. Әйтеп китергә кәрәк, кескенә ауылдарҙа бындай эштәрҙе башҡарыусы кешене таба алмаҫҡа ла мөмкин, ә яҙмабыҙ геройы бер ҙә ялындырып тормай, шуға ла тыуған ауылы халҡы алдында уның абруйы ҙур. Ул бер генә саранан да ситтә ҡалмай. Ауылда үткән йыйындарҙа халыҡ өсөн мөһим мәсьәләләрҙе лә күтәрә белә, тиҙ арала аҡса йыйып, кәрәк-яраҡтарҙы һатып алыуҙы ойоштора. Киләсәккә ҡарап фекер йөрөтөүе, халыҡ менән уртаҡ тел таба белеүе һөҙөмтәһендә ауылдаштарының хөрмәт-ихтирамына лайыҡ булды ул. Ауыл халҡы уға был эштәрҙе ышанып тапшыра: халыҡтан йыйылған аҡсаға балауыҙ, кәрәк-яраҡтар алып, өй шарттарында иретеп, улдары менән йөҙҙән артыҡ блиндаж шәмдәре, маскировка селтәрҙәре  эшләп, ауылдаштарының күңел йылыһын ауыл хакимиәте менән берлектә махсус хәрби операциялағы яҡташ һалдаттарға тапшырыуҙы ойошторҙо ул. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған, район үҙәгендә үткән “Еңеү” фестиваль-марафонында Күгәрсен ауыл биләмәһе тәҡдиме менән юғарыла һанап үтелгән эш һөҙөмтәләре менән ҡатнашып, ҙур баһа ала.

 Әлбиттә, был эштәрҙе ул төп эшенән бушаған, ауыл ерендә генә була торған, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙе  башҡарған арала  өлгөрә.

 Күгәрсен урта белем биреү мәктәбенә 1994 йылда мәктәп балаларын автобуста йөрөтөү эшенә урынлашҡандан һуң, ул был һөнәр менән үҙ ғүмерен бәйләй. Әлеге көнгә ҡәҙәр үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡара.

 Бөгөн мәктәп автобусын йөрөтөүсене табыу космонавт булырга теләүсене табыу кеүек үк ҡыйын: сөнки машина йөрөтөү күнекмәләре һәм пассажир транспорты менән идара итеү тәжрибәһе булыуҙан тыш, ҙур сабырлык, яуаплылыҡ хисе булыу һәм, иң мөһиме – балаларҙы яратыу кәрәк. Күгәрсен урта белем биреү мәктәбе был йәһәттән уңды: инде 30 йылдан артыҡ балаларҙы төрлө ауылдарҙан тәжрибәле автобус йөрөтөүсе – Зилфат Мөхәммәтзариф улы алып килә. Ул үҙенең барлыҡ кескенә пассажирҙарын исемдәре менән генә түгел, ә уларҙың мәктәптәге уңыштарын да белә: ҡаҙаныштарына һөйөнә, көндәлектәге “икеле” өсөн ҡайғыра, “бишле”ләргә шатлана. Ул һәр иртә балаларҙы йылмайып ҡаршы ала, өлкәнерәктәренең ҡулдарын ирҙәрсә ҡыҫа, ә уҡыусылар уны үҙ итеп, “Зилфат ағай” тип атайҙар. Сөнки “ағайҙар” ғына һәр ваҡыт ярҙамға килә: ел-ямғыр, буранға ҡарамай, мәктәпкә ҡәҙәр дәрестәргә ваҡытында алып киләләр, спорт ярыштарына, экскурсияларға, олимпиадаларға, төрлө күргәҙзмәләргә алып баралар.

 Бынан 20 йылдар элек Күгәрсен районы яҡташтары берекмәһе район мәгариф бүлеге менән берлектә йыл һайын ҡышҡы каникулдан һуң баш ҡалаға студенттарҙы мәктәп автобустарында алып барыуҙы ойоштора ине. Был эшкә һәр водителде алмай инеләр (ара йыраҡ, ҡышҡы юл), әммә әлеге сараға йыл һайын Зилфат Мөхәммәтзариф улы беренселәрҙән булып йәлеп ителә ине. Был иһә уның хеҙмәтенә ҡарата ҙур ихтирам һәм юғары баһа биреү күрһәткесе. З.Абдуллиндың намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында район администрацияһынан, мәғариф бүлегенән бирелгән тиҫтәләгән маҡтау грамоталары дәлилләй. 2019, 2021  йылдарҙа уҙған иң яҡшы мәктәп автобусы йөрөтөүсе конкурсында ла 2-се урынды яулай ул. Уның автобусының һәр болты, һәр винты иғтибар үҙәгендә: тормоз, руль системаһы һәр саҡ төҙөк. Зилфат Мөхәммәтзариф улы руль артында булғанда ата-әсәләр үҙ балалары өсөн тыныс. Шуға ла автобусты яңы уҡыу йылына хәстәрләп әҙерләүҙә лә уға тиңдәр юҡ: быға 1-се урынды яулаған маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар дәлил булып тора.

 Әбей-бабаһы, ата-әсәһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән, ғүмер буйы шунда йәшәп, шунда хеҙмәт иткән Зилфат Мөхәммәтзариф улы һәм уның тормош иптәше, тел, әҙәбиәт белгесе Зөлфирә Миңләхмәт ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улай ғына ла түгел, быуаттарҙан - быуаттарға күсеп килгән милли тәрбиә бирә алғандар – кешелекле, хеҙмәт һөйөүсән итеп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Илназ, армия хеҙмәтен тамамлап, хәҙерге ваҡытта Төнъяҡта газ йыһаздарына хеҙмәт күрһәтеү эшен башҡара. Уртансы  улдары Ильяс 9-сы класҡа, кеселәре Инзил 3-сө класҡа күскән. Саңғы ярыштары, еңел атлетика, футбол – былар һәммәһе лә  уларға еңел бирелә. Еңеү пьедесталының юғары урындарын бирмәй улар төрлө ярыш, сараларҙа. Улар ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы ғына түгел, ә ауылда үткән барлыҡ сараларҙа актив ҡатнашыусылар ҙа. Ауылдың, илдең киләсәген эштә сыныҡҡан нәҡ шундай тырыш һәм яуаплы быуын тыуҙыра ла инде. Шуныһы ҡыуаныслы, Күгәрсен ауылы ундай йәштәре менән маҡтана ала: ойоштороусы ғына булһын, улар дәррәү ярҙамға күтәрелергә әҙер торалар.

 Иҫегеҙҙәлер, Күгәрсен ауылында 2025 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында боронғо обелискыны тергеҙеп (был эште бер туғандар – Фәрғәт һәм Фәиз Фәрит улы Ваһаповтар башҡарҙы), яңындан асыу тантанаһы үтте. Был сараға тағын да йәм өҫтәп, Зилфат Мөхәммәтзариф улы үҙ инициативаһы менән ҙур эш башҡарҙы – 700-дән артыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, һуғыш осоро балаларының, Сүриә, Чечня, Афған һуғыштарында, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың портреттарын туплап, уларҙы ярҙамсыл ауылдаштары менән ауыл урамына урынлаштырып, фотоларҙан торған “коридор” яһаны. Ауылдаштары ла  был яңы проектты берҙәм булып хупланылар, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеү өсөн үҙ өлөшөн индерергә ашыҡтылар. Күгәрсен районы сабантуйына ла Күгәрсен ауыл биләмәһе тәҡдиме менән Зилфат Мөхәммәтзариф улы алып барған әлеге күргәҙмә айырым бер йәм, мәғәнә өҫтәне.

 Тынғыһыҙ йәнле, туғандарының, тыуған еренең, ауылдаштарының ҡәҙерен белеп йәшәүсе Зилфат Мөхәммәтзариф улы бөгөн дә яңы пландар менән янып йәшәй. Улар һис шикһеҙ тормошҡа ашыр, сөнки ауылдаштары уның менән бер һулышта.

 Ауыл, уның халҡы тураһында ҡайғыртыу –   хеҙмәтең ҡушҡан өсөн генә түгел,  ә бәлки –  йәшәү рәүешеңә әйләндереү... Әхлаҡи ҡиммәттәргә ҡытлыҡ кисерелгән бөгөнгө заманда  яуаплылыҡ, ихласлыҡ, тырышлыҡ  кеүек сифаттарыңа таянып эшеңде намыҫ менән башҡарыу... Ауылды шундай эшһөйәр уңғандар йәшәтә лә инде. Намыҫлы  хеҙмәте, тыйнаҡ  булмышы менән улар донъяны үҙҙәре өсөн дә, башҡалар өсөн дә тоталар. Ҙур, мәртәбәле Ватан үҙ ауылыңдан башлана. Ауылды йәшәтеп, йәшнәтеп тороусы шундай заттарың өсөн рәхмәт һиңә, ауылым.

Ләйсән ҒӘЛИМОВА,филология фәндәре кандидаты,Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы фәнни хеҙмәткәре.

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас