Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2025, 11:28

Ҡышҡылыҡҡа бәлеш (пирог) эслектәре

Аллаға шөкөр, емеш-еләк күп быйыл. Ҡайнатмаларҙы етерлек әҙерләһәгеҙ, ҡыш көндәре яҡындарығыҙҙы тәмле пирог менән һыйлар өсөн бәлеш эслектәре эшләргә була.  

Ҡышҡылыҡҡа бәлеш (пирог) эслектәреҠышҡылыҡҡа бәлеш (пирог) эслектәре
Ҡышҡылыҡҡа бәлеш (пирог) эслектәре

Бер күнәк алманы таҙартып, ит турағыс аша 1 кг ҡара емеш йәки 1 кг курага менән үткәрергә. Бер нимә һалырға кәрәкмәй, бына шулай пакетка тултыраһың һәм морозилникта һаҡлайһың. Пирог бешергәндә тәменә ҡарап шәкәр ҡушырға кәрәк.

4 кг алма, 1 кг кураганы ит турағыс аша үткәрергә, 1 кг шәкәр ҡушып, бер сәғәт ҡайнатырға. Көймәһен өсөн болғатып торорға. Һыуынғас, стерилләгән банкаларға тултырырға һәм баҙҙа һаҡларға.

Автор:
Читайте нас