

“Сәләмәтлек поездары” өй алдына тигәндәй килә. Унда бер нисә табип-терапевт ҡына түгел: “поезд” составына күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, республика кардиология үҙәгенең диагностикалау хеҙмәттәре йәлеп ителгән. Был сараның халыҡ һаулығын профилактикалау йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.
21 июлдә “Сәләмәтлек поезы”беҙҙең районға килде, ул 29 июлгә тиклем эшләйәсәк. Һаулыҡ һаҡлау поезы маршрутында беренсе нөктә булып Хоҙайбирҙин ауылы торҙо. Ялсы ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡын Өфө ҡалаһы республика кардиология үҙәгенең табип-кардиологы, Күмертау ҡала дауаханаһының фукциональ диагностика табибы, Мораҡ үҙәк район дауаханаһының табип-терапевты, табип- эндокринологы, лор, хирург, стоматолог, окулист ҡабул итте. Күсмә медицина комплексында флюорография, маммография, ҡан баҫымын, холестерин, глюкоза һәм башҡа йәшәү өсөн бик кәрәкле күрһәткестәрҙе тикшереүсе кәрәкле медицина ҡорамалдары менән күсмә һаулыҡ үҙәге лә эшләне.
Хоҙайбирҙин ауыл-табип амбулаторияһы мөдире, ошо ерлектә йәшәүсе халыҡтың һаулығы һағында 30 йылдан артыҡ тороусы Айһылыу Зөлҡәрнәева әйтеүенсә, бындай комплекстарҙы халыҡ көтөп ала. Бер ҡайҙа ла бармайынса, бер урында ғына бөтә табиптарға ла күренеп, кәрәкһә, дауа йәки артабан тикшерелеүгә йүнәлтмәләр алып бик ҡәнәғәт тороп ҡалалар.
Хоҙайбирҙин һәм уның эргә-тирәһендә йәшәүселәр араһында флюорография, маммография, ЭКГ үтергә, кардиолог, невролог, эндокринолог һәм башҡа белгестәрҙә тикшерелергә, күренергә теләүселәр бик күп ине. Иртә таңдан улар үҙҙәренә кәрәкле табипҡа сират алған, төрлө тикшереүҙәрҙе үткән, пациенттар өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Мәҫәлән, Хоҙайбирҙин ауылында йәшәүсе Миңзәлә апай Күсәрбаева бындай комплекстарҙың ауылға тиклем үк килеп халыҡты ҡабул итеүе бик уңайлы, ти. “Беҙ, өлкән быуын кешеләренә, һаулығыбыҙға артыҡ зарланмаһаҡ та, күренеп, тикшерелеп торорға кәрәк. Халыҡтың һаулығын ҡайғыртып, бындай тикшереү комплекстарын ауылға уҡ ебәреүҙәре беҙҙең өсөн бик уңайлы, барыһына ла ҙур рәхмәт”, - ти.
“Сәләмәтлек поезы” Ялсы, Йомағужа ауыл биләмәһендә халыҡты ҡабул иткәндән һуң, эшен Исемдә (25 июль) һәм Мәҡсүт ауылында (28, 29 июль) дауам итәсәк, бындай уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Розалия ИСҠУЖИНА.
Неля КУШНЕРОВА фотоһы.