

Үткән шәмбе Үрге Сирбай ауылында бик күркәм сара - "Иман" мәсетен асыу һәм "Сал тарихлы Сирбайым" китабының исем туйы үтте.
Иман йортон төҙөкләндереү эштәрен ауыл халҡы үҙҙәре башҡарып сыҡҡан, изге эшкә ҡушылған ауылдаштарҙың һәр береһенә "Афариндан" башҡа ни әйтәһең!
Күптән түгел районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһе – Үрге Сирбай тураһында Нурия Ҡунысбаеваның һәм уның остазы Гүзәл Фәхретдинованың " Сал тарихлы Сирбайым" исемле китабы донъя күрҙе. Унда ауылдың оло быуын кешеләре хәтирәләренә, архив материалдарына нигеҙләнеп ауылдың үткәне тураһында ентекле яҙылған. Авторҙар китап сығарыу теләген ауыл халҡына еткергәс, сирбайҙар был башланғысты бер һүҙҙән дәррәү хуплап, уны баҫтырыу сығымдарын үҙ өҫтөнә алған.
Сара тураһында тулы материал менән гәзиттең киләһе һанында таныша алаһығыҙ.