Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Июля 2025, 02:44

Лечо

помидор, татлы һәм әсе борос, ҡыяр, һуған, һарымһаҡтан лечо

🍅🌻Отпускымдың һуңғы көндәре. Ең һыҙғанып помидор, татлы һәм әсе борос, ҡыяр, һуған, һарымһаҡтан лечо эшләргә йөрөйөм. Яратам ошо мәлде, йыл буйына көтөп алам. Үҙ ҡулдарың менән яҡындарың өсөн баҡса уңышынан төрлө һый-ниғмәт әҙерләүе бәхет кенә бит ул. Шундай уйҙарға бирелеп, ит турағыстан өс кило помидорҙы, аҙаҡ дүрт бөртөк әсе борос менән бер баш һарымһаҡты үткәреп алдым. Ҙур ғына дүрт һуғанды уртаға бүлеп, һаламлап турап өҫтәнем. Ике кило татлы боросто орлоҡтарынан таҙалап, шаҡмаҡлап турап ҡуштым. Ә тағы ла, берәй һигеҙ ыштук эре булмаған ҡыяр ҙа кәрәк буласаҡ, уныһы тик аҙаҡтан.
🌹🌹🌹Шундай татлы мәшәҡәттәр менән булышып, ҡат-ҡат шылтыраған домофон тауышын ишетмәй ҙә торам. Ҡулдарымды алъяпҡысыма һөртә-һөртә ишеккә ашығам.
-Хәҙер,хәҙер. Кем унда?
-Әхирәт, был мин! Ас әле ишегеңде!
Бәй…Күптән аралашмаған таныш ҡыҙыҡайым икән дә баһа. Ҡосаҡлашып күрешкәндән һуң, түргә әйҙәләйем.
-Ҡара әле, һиңә бер йомош менән килдем. Ней…Мин эштән китергә булдым. Һеҙҙә берәй вакансия юҡмы икән? Белеш әле.
- Аһ, нейә китергә булдың? Эшең менән хатта ҡәнәғәт инең дә һуң.
-Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы-унда мин үҙ урынымды таба алмайым. Минеке түгел ул эш. Нисек кенә тырышһам да, уңышҡа ирешеп булмай. Ярҙам итерлек кешем дә юҡ бит, исмаһам. Ярҙан этергә генә әҙерҙәр.
Һөйләп тә бөттө, түгелеп илап та ебәрҙе. Шундай саҡта кешене йыуатыуы ҡыйын бит ул. Тел осона кәрәкле һүҙҙәре мәлендә генә киләме һуң әле ул?..
-Беләһеңме, уңышҡа ирешеү юлында иң ҙур ярҙамсың, терәгең-һин ҮҘЕҢ!!! Күңелеңдең нимә теләгәнен, йәшерен уй-хистәреңде, хатта тормошҡа ашмаҫтай тойолған теләк-ниәттәреңдең үтәлеү-үтәлмәүен дә бары үҙең генә беләһең. Һәр ҡылығың, аҙымың, тел-тешең артынан сыҡҡан һәр һүҙең өсөн дә үҙең генә яуаплыһың. Яуаплылыҡ-бына ул уңыштың сере!
-Һы…Ысынлап та, шулай шул. Әллә күңелем ятмағанға эшкә илке-һалҡы киләм һуңғы арала, эш ваҡыты бөтөр-бөтмәҫ ҡайтып китәм. Бер ниндәй яуаплылыҡ тоймайым үҙемдә. Бәлки, эшемә икенсе күҙлектән ҡарарға кәрәктер, ә? Үҙем өсөн ыңғай яҡтарын табырға?
🌻🌻🌻 Күңеле күтәрелеп киткән танышымды ҡыҫтай-ҡыҫтай сәй эсергә ултырттым. Үҙем шул арала эш менән булам. Ә! Һүҙгә әүрәп лечоға артабан нимәләр һалғанымды яҙырға оноттом бит. Табаҡтағы үткәрелгән, туралған йәшелсәләргә ярты стакандан күберәк көнбағыш майы (бер стакан итһәң дә эсте тишмәй, тик мин үтә майлыны яратмайым), бер стаканды саҡ ҡына тултырмай шәкәр, өс ҡалаҡ тоҙ, 100 мл аш һеркәһе (9%) ҡушып бутап утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сығып ун минут үткәс, нәҙек кенә итеп түңәрәкләп туралған ҡыяр өҫтәйбеҙ. Тағы ла ун биш минут ҡайнатҡандан һуң һүндерәбеҙ ҙә, алдан стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастар менән япҡас, түңкәреп, йылыға төрөп тыныслыҡта ҡалдырабыҙ. Интернеттағы күп кенә рецепттарҙа йәшелсәләрҙе сиратлап һалып ҡайнатырға тиелгән, тик мин “эт ялҡауы”, улайтып торорға ваҡытым әрәм. Шуға бөтәһен бергә һалып бутайым да ҡайнатам. Иң мөһиме, ҡайнау ваҡыты 25 минуттан артмаһын, атыу һуғаны менән ҡыяры йомшаҡ буласаҡ, ә былай кетерләп кенә тора.
🍓🍓🍓 Пы.сы. Танышым менән тирләп-бешеп, үпкәләр йөҙгәнсе сәй эстек. Ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне. Иң мөһиме, хушлашҡанда йөҙөндә йылмайыу балҡый ине. Шуны әйтергә теләйем, үҙегеҙҙе яратығыҙ һәм хөрмәт итегеҙ! Йәме, дуҫтарым!

Гөлназ Ишемғолова

Автор:
Читайте нас