Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2025, 02:31

Боланут сәйе әҙерләү

Боланут (иван-чай) үҙенән-үҙе сәй булам тип һорап торған ғына үҫемлек тәһә, унан сәй яһауҙы эшкә лә һанарға кәрәкмәй. Иң мәшәҡәте йыйып алыу ҡайтыуҙыр, моғайын.

Үлән сәйҙәре әҙерләү мәле етһә, миңә шылтыратыусылар күбәйә, ҡайһы берәүҙәр аптырата ла ҡуя инде. Бер апай боланутын иң башта бавайы ҡайсы менән ыуаҡлап ултырҙы тип аптыратҡайны, икенсеһе бөтөнләй килештергән: мясорубканан үткәргән. Ниңә ыҙаларға, ул бит киптергәс былай ҙа онталып бөтә.

Боланут (иван-чай) үҙенән-үҙе сәй булам тип һорап торған ғына үҫемлек тәһә, унан сәй яһауҙы эшкә лә һанарға кәрәкмәй. Иң мәшәҡәте йыйып алыу ҡайтыуҙыр, моғайын. Үҙегеҙгә ҡулай ысул менән үләнде берәй тәүлек быҡтырып алығыҙ ҙа (мин өс литрлыҡ банкаларға тыҡҡаслап тәҙрә төбөндә ҡояшта тотам), уңайлы һауытҡа бушатып, ҡулығыҙ менән тызып-тызып лайлаһы сыҡҡансы ыуалағыҙ, унан тағы бер тәүлек йылы, күләгәле урында ябыҡ һауытта тәмле еҫе сыға башлағансы тотоғоҙ ҙа йәйеп һалып киптерегеҙ. Шунда ул ҡарайырға тейеш.

Автор:
Читайте нас