ПАЗЛ
Сәсмәүер
Күпме кеше - шунса яҙмыш. Һәр кем үҙенсә бәхетле булған кеүек, был тормошта үҙенсә генә бәхетһеҙ булғандар ҙа юҡ түгел. Яҙмыштарына күнеп, ғүмерҙәрен өҙгөләнеү-йолҡҡоланыуҙа, ғазап-хәсрәттә үткәргәндәр, йә киреһенсә, һуңлап булһа ла, үҙ бәхетен тапҡандар ҙа осрап ҡуя. Танышымдың күңел һандығында бәхетһеҙ саҡтарының һағышлы хәтирәләре менән бергә бар булмышын, тормошон нурлы, ҡотло иткән бәхете лә һаҡлана.
- Уны осратҡансы күңелем теткеләнеп бөткән туҡыма ише елпелдәп тик торҙо. Бар булмышымды борсоу, хәүеф солғап алғайны, - тип һөйләй ханым. - Иртән бер төрлө кисерештәр менән уяндым, кисен тағы шулар менән йоҡларға яттым. Гел ниҙер булыр кеүек тойолдо. Тәүге ирем менән ана шул кире тойғолар солғанышында йәшәнем. Инде түҙмәҫ сиккә етеп айырылдым унан.
Икенсе йәрем иһә минең йәнемә тыныслыҡ бүләк итте. Уның янында һәр саҡ йылы, рәхәт, ышаныслы. Борсолоу, икеләнеү, шик-шөбһәләр үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты. Тәүгеһе менән мин үҙемде юғалтҡайным, ә икенсеһе янында үҙемде яңынан табып алдым. Уй-кисерештәребеҙ бер, хистәребеҙ уртаҡ беҙҙең. Бер ымдан, ярты һүҙҙән аңлай ул мине. Беләһеңме, тормошом уның менән бөтәйҙе, күңелем урынына ултырҙы. Китек кенә күңелемдең бығаса етешмәй, өңөлөп торған урынына пазл булып инеп ултырҙы ул. Эйе, эйе, пазл йыйғанда, шуның береһе генә етешмәһә лә, тулы һүрәт килеп сыҡмай бит, минең дә тормошом бер өлөшө етешмәгән һүрәт ине. Үҙ кешемде, һөйгәнемде, кәрәк кенә пазлымды тапҡансы!
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.