

Әйләнә-тирәбеҙҙә һоҡланғыс кешеләр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Суҡбаев Фәнүр Хәлил улы, минең ут күршем, Тәлиғә инәйҙең ейәне. Күп балалар үҫкән был йортта. Барыһы ла эшкә әрһеҙ, кешегә алсаҡ, ярҙамсылар булдылар.
Фәнүр ҡустының әсәһе Рәмилә апай айырыуса иплелеге, һөйкөмлөлөгө менән айырылып торҙо. Үкенескә күрә, ине тип үткән заманда яҙырға тура килә. Был йортта үҫкән балалар инде мәңгелек йортҡа күскән. Ишек алды, йорт тирәһе етемһерәп ҡалған... Шуныһы оло ҡыуаныс, ейәндәре ташламай өләсәй йортон. Күмәкләшеп килеп тәртипкә килтереп торалар.
Ә яңыраҡ, ваҡыты бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Фәнүр әсәһенең иҫтәлеге булып торған өйҙө матурлап, тирә-яғын йыйыштырып, ҡоймаларҙы яңыртып ебәрҙе.
- Был өй әсәйемде, өләсәйемде хәтерләтә. Беҙҙең балалар ҙа тамырҙарыбыҙҙың ошо өйгә, ошо нигеҙгә тоташҡанын аңлап үҫһендәр тип тырышам. Өйҙөң эсендә әсәйемдәрҙең фотолары, улар йоҡлап йөрөгән карауат, тәмле итеп сәйҙәр эскән урындыҡ. Өләсәйемдең беҙ тороуға тәмлекәстәр бешергән мейес, усаҡтар. Һәр береһе ҡәҙерле беҙҙең өсөн, - ти ул яҡты кисереш-тойғолар менән.
Фәнүр әлеге көндә Мораҡ үҙәк район дауанаһында табип-анестезиолог булып эшләп йөрөй. Тормош иптәше Айгөл менән өс бала үҫтерәләр. Айгөл килен дә ошо өлкәнән, ул – шәфҡәт туташы.
Шулай, скальпель-шприц ҡына тотмай икән беҙҙең духтырҙарыбыҙ. Кәрәк икән көрәген дә, балтаһын да, бумалаһын да ҡулына ала, быуаттар менән бәйләнеш булдыра, тамырҙарын хөрмәт итә һәм ауылға ҡот өҫтәп, ауылдаштарына матурлыҡ бүләк итә. Ошондай йәштәребеҙ күберәк булһын ине! Ә Фәнүр Хәлил улына киләсәктә лә, эскерһеҙ ябайлығын юғалтайынса, шундай матур кешелек сифаттарын һаҡлап, тормош иптәше менән балаларына үрнәк булып, райондаштары һаулығы һағында талапсан ҡалып, ауылдаштары ғорурлығы булып йәшәүен теләйбеҙ.
Резеда АЙЫТҠУЖИНА.
Төпсән ауылы мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы.