Күгәрсен район-ара суды урында йәшәүсегә ҡарата енәйәт эше буйынса приговор сығарҙы.
Ул РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса (административ яуаплылыҡҡа тарттырылған көйөнсә иҫерек килеш транспорт сараһына идара итеү) ғәйепле тип танылды.
Судта шул асыҡланды, 2025 йылдың мартында ир элек автомобилгә иҫерек килеш идара иткәне өсөн яуаплыҡлыҡҡа тарттырылған көйөнсә йәнә “ДЭУ NEXIA” автомобиленә иҫерек килеш ултыра. Водителдең законһыҙ действиелары юл-патруль хеҙмәте эшсәндәре тарафынан кисектерелә.
Суд уға 200 сәғәт мотлаҡ эштәр, 2 йыл транспорт сараһына идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнмҫкә тигән яза бирҙе һәм автомобилен дәүләт иҫәбенә конфискацияланы.