

Уларҙың мөхәббәт тарихы алыҫ 90-сыларҙа башлана, олатаһы менән өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән егет менән ҡыҙ араһында һөйөү хистәре ҡабына. Ул саҡта ҡыҙ Исем башланғыс мәктәбендә эш башлап ҡына торһа, егет инде “Исем” совхозында ең һыҙғанып эшләп йөрөгән була. Ата-әсәләре лә бер-береһен яҡшы белгәнгә күрә, осрашып йөрөү – “сәскә букеты” ваҡытын оҙаҡҡа һуҙмайынса гөрләтеп туйҙар яһап, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Яңы өйләнешкән парҙың мөнәсәбәттәрен нығытып, тәүҙә улдары Булат, ҡыҙҙары Гөлшат, аҙаҡ игеҙәктәре Нәзифә менән Нәфисә донъяға ауаз һала. Был күркәм ғаиләнең тағы ла өлгөлө бер яғы – улар атай нигеҙен ташламай, яңынан ҙур күркәм йорт төҙөп, олоғайған ата-әсәләре менән бик татыу ғүмер итттеләр.
Ауылдың абруйлы кешеләре булған Әбделмәннән бабай менән Гөләйшә инәй инде хәҙер мәрхүмдәр. Уларҙың уңғанлығы, етеш тормошҡа ынтылышы, матур итеп балалар бағыуы улы менән килененә лә күскән.
Ике уңған ярашһа, бәхет барыр йәнәшә, тигән бик тапҡыр һүҙҙәр бар халҡыбыҙҙа. Гөлсинә менән Ҡадир уңған һәм егәрле булғас, уларҙың тормоштары ла бәрәкәтле һәм етеш.
Әммә иң ҙур байлыҡтары – тәртипле, уңған балалары. Булат әрме сафынан ҡайтҡас, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эш башланы. Әле кәләше менән Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр, эшләйҙәр. Гөлшат Исем урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Өфө Фән һәм технологиялар университетына уҡырға инде. Игеҙәктәр Нәзифә менән Нәфисә – бар яҡлап та уңған ҡыҙҙар. Быйыл Исем мәктәбен алтын миҙалға тамамланылар. Икеһе лә яҡшы уҡыуҙан тыш, һүрәт төшөрөргә, төрлө ҡул эштәренә оҫталар. Әсәнән күргән - тун бескән, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Был һәләт уларға әсәләренән бирелгән, Гөлсинә лә һүрәтте оҫта төшөрә. Ҡул эштәренә лә маһир ул: ленталарҙан сәскә заколкалар эшләй, балаҫ һуға. Уның бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырғанын күрмәҫһең. Йорт-ихатаһы аллы-гөллө сәскәләрҙән балҡып ултыра, ә бәлеш-торттары телеңде йоторлоҡ була.
Ҡадир менән Гөлсинә икеһе лә баҡса эшен ярата: күпләп картуф сәсәләр, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Уларҙың ғаиләһенең уңышлы, берҙәм, татыу булыуының сере лә бер-береһенә терәк, бер һүҙле булып, кәңәшләшеп йәшәүҙәлер. Эштәрҙе ҡатын-ҡыҙ, ирҙәрҙекенә бүлеп тормайҙар, һәр саҡ бергәләп, иптәшләшеп, еңел һәм тиҙ генә башҡаралар. Балаларын да шуға өйрәтәләр.
Уңғандың ҡулы ун, тиҙәр. Ер емертеп эшләргә лә, гөрләтеп донъялар көтөргә лә, туғандары, дуҫтары менән аралашып, ҡатышып йәшәргә лә өлгөрә булдыҡлы Буранбаевтар. Уларҙың ҡотло өйҙәренән кеше өҙөлмәй.
Асыҡ күңелле, асыҡ йөҙлө ауылдаштарыбыҙ ауылда эш юҡ тип бер ҙә бошонманы, ыҡсым ғына магазин төҙөп, халыҡ өсөн кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән һатыу итәләр. Ана шундай уңған, бар яҡлап та килгән ғаиләләр булғанда ауылдар бөтмәҫ, атай нигеҙҙәре ҡоромаҫ.
Гөлсәсәк НАРИМАНОВА.