Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2025, 02:38

Һәр береһенең яҙмышы китап яҙырлыҡ

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Түбәнге Бикҡужа ауылында ауыл советына ҡараған юбилярҙарҙы ҡотлау сараһы үтте.

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Түбәнге Бикҡужа ауылында, ауыл советына ҡараған юбилярҙарҙы ҡотлау сараһы үтте. Уларҙың һәр береһе тыуған төйәге өсөн тырышып эшләгән һәм "хеҙмәт ветераны", "һуғыш балалары" исемен йөрөтә. Бына улар: Аллаяров Фатих Ғүмәр улына, Сатбалова Миңниса Миннихәким ҡыҙына, Ихсанова Таңһылыу Зәкриә ҡыҙына, Мансурова Фрузия Хәйҙәр ҡыҙына -85 йәш тулһа, Айҙарбәкова Сәмиғә Ғәриф ҡыҙына -80, Зәйнеева Нажия Ғимран ҡыҙына, Сайфуллин Сәйфетдин Ғәйфи улына-75, Ғәйнетдинова Әлфиә Әнүәр ҡыҙына, Ишбулатова Люциә Зәйнетдин ҡыҙына - 70 йәш тулды. Байрамды йыр моңға Риф Бикбаев, Фәймә Зәйнуллина, Мәҙинә Абутасова, Гөлфирә Хисамова күмһә, Азат Мәғизов бейеүҙәре менән һоҡландырҙы.
Ауылыбыҙҙың оло быуын кешеләренең һәр береһенең яҙмышы китап яҙырлыҡ. Уларға ҡарап һоҡланырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ. Юбилярҙарға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ололар үҙ сиратында ойоштороусыларға - Түбәнге Бикҡужа ауылы клубы етәксеһенә ( Абутасова М. Т.), ветерандар советы рәйесенә( Фәйзуллина Г. К.),ҡатын ҡыҙҙар советына ( рәйесе Киленбаева М. М.), урындағы староста, депутаттарға оло рәхмәтен белдерҙе белдерҙе.
Үҙ сиратымда мин дә ҡотлауҙарға ҡушылам, бәхет, шатлыҡтар менән генә уртаҡлашып йәшәргә яҙһын Алла бирһә.

Гөлфара Рафиҡова.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас