Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2025, 10:44

СЕЙӘ ҠАЙНАТМАҺЫ

Сейәләр өлгөргән ваҡыт 🍒🍒🍒, нисегерәк уңдырып ҡына сейә ҡайнатмаһын әҙерләү ысулын да иҫкә төшөрөп китергә кәрәк . Ошо ысул менән әҙерләнгән сейә ҡайнатмаһы бик тәмле генә булды һәм бик яҡшы һаҡланды , ҡайнатма ҡуйы ғына килеп сыға.


- 1 1 стакан сейәгә ярты стакан һыу ҡойоп ҡайнатып сығарҙым , оҙаҡ ҡайнатманым , 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем , болғап ебәреп ҡайнап сыҡҡас тағы ла 10 минут ҡайнаттым , артабан тағы ла 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем дә ағас ҡалаҡ менән шәкәр ҡомо эреп бөткәнсе болғап торҙом , шәкәр ҡомо эреп бөтөп ҡайнап сыҡҡайны ғына утты һүндерҙем , шуның менән ҡайнатма әҙер . Барлығы 11 стакан сейәгә 14 стакан шәкәр ҡомо китә инде . Әҙер ҡайнатманы эҫе көйөнә банкаларға һалырға мөмкин , әммә ҡайнатма һыуынып бөткәнсе ҡапҡасты япмай , шул көйө һыуынғанса ҡуйып торорға . Кәстрүлдә лә һыуынғанса ҡалдырып аҙаҡ банкаларға һалырға мөмкин. 

Гөлгөнә Байегетова.

Автор:
Читайте нас