

Заманса майҙансыҡты асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, район үҙәгенең предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Марат Сәлим улы мораҡтарҙың, айырыуса өлкән быуын вәкилдәренең шатлығын уртаҡлашып, был майҙансыҡ ошо күп фатирлы йорттар территорияһын төҙөкләндереүҙең бер өлөшө генә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, киләһе йылдарҙа ошо ерҙәрҙе тағы ла матурлау, төҙөкләндереү пландары менән уртаҡлашты һәм махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгән яугирҙарға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары һәм шәхси өлөшө өсөн ирекмәндәр, хеҙмәт ветерандары – Татьяна Федина, Фирҙәүес менән Мөҙәрис Хәбибуллиндар, Әнисә Абдуллина, Тәскирә Ишемтаева, Валентина Каштанова, Далариса Мәжитова, Фәүзиә Мәмбәтова, Тамара Николаева, Зифа Хәсәнова, Ҡайман Йәһүҙиндарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. ГТО нормативтавтарын үтәгән Факил Бикбаев менән Мөнир Ғөбәйҙуллин физкультура-сәләмәтләндереү хеҙмәттәрен алыуға сертификаттар алып ҡыуанды.
Ауыл халҡы исеменән сығыш яһаусы Мөҙәрис Хәбибуллин халыҡтың, айырыуса өлкән быуындың мәнфәғәттәрен беренсе урынға ҡуйып, ошондай шәп бүләк эшләгән етәкселәргә, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты.
Ауыл ере булһынмы, ҡалаламы, балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә ял итеү урындары берҙәй кәрәк. Бары тик булдырылған матурлыҡты ҡәҙерләп, һаҡлап тотонорға кәрәклекте онотмаһаҡ ине.