Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
9 Июля 2025, 11:27

Ағинәй ( дауамы)

Ҡалды Дилә. Ләкин ҡатын һәм килен булып түгел, әсәй булып... “Мирас һауыҡҡансы”, - тип кенә. Тиҙ генә эшенә барып килә лә, көндәр буйы сирле бала янында була, дауалай. Уколдар яһай, ашата, эсерә, йыуындыра, ә төндәрен, Мирасты ҡосаҡлап, бәләкәй һәм тар бала карауатына ята.  “Ни эшләнем мин? Ата-әсәйем ни әйтер? Ауыл халҡы нимәләр һөйләйҙер инде?” Ни тиклем ғазаплы уйҙар, утлы hopayҙap ҡоршауында ҡалды Дилә. “Еҙнә”...  Улай тип бер ҙә өндәшкәне булманы уның, Сабирға.    Өлгөрмәне лә инде: Динә менән Сабир бер йыл да йәшәп өлгөрмәне. Бала саҡтан дуҫ булып, бергә үҫкән һәм әле лә өҙөлөп яратҡан кешеңә “еҙнә” тип әйтеп буламы ни?! Юҡ, теле әйләнмәй Диләнең. “Апай менән еҙнә түшәге...” Әле генә бөтә зәһәрлеге, бөтә тәрәнлеге менән барып етте ҡыҙҙың мейеһенә генә түгел, ә йөрәгенә был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе. Уның зиһене таралды, бәғерҙәре өҙөлдө...

Ағинәй

(Хикәйә)

Дауаханаға ваҡытында бapha ла, Динә ни өсөндөр балаһын таба алмай яфаланды. Сабир ҙа, туғандары ла табиптарҙы һәм шәфҡәт туташтарын ялҡытып бөттө.

Ҡанн баҫымы юғары. Тулғағы башҡа ҡабатланманы. Операция яһарға тура килер. Сабыр булығыҙ”, - тиеү менән сикләнделәр улар һораған һайын. Икенсе көндө ауылда операция ваҡытында йәш әсәнең үлеүе, сабыйҙың тере ҡалыуы тураһында ҡот осҡос хәбәр таралды. Сабир еҙнәһе, меҫкен, ни эшләгәндер, ә Дилә апаһы урынына үҙе үлергә әҙер ине. Уның өсөн тормош һүнеп, ваҡыт туҡталып ҡалған кеүек булды. “Нисек?.. Ни өсөн?.. Ундай осраҡта табиптар баланың түгел, ә әсә ғүмере өсөн көрәшергә тейештәр бит”, - тип үрһәләнде ул. “Бына һиңә аҡтыр-суҡтыр, кеше араһында юҡтыр... Йә, хоҙай!..»

 Бер аҙнанан улар - Сабир еҙнәһе, уның әсәһе Фатима апай hәм Дилә дауахананан hay-сәләмәт һәм теремек кенә сабыйҙы алып ҡайтты. Фатима апай баштан уҡ: “Бер бөртөк улымдың балаһы, нәҫел ҡотом. Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем дә, береһенә лә бирмәйем дә. Үҙем ҡарайым”, - тип ныҡ торҙо. Динә­нең ата-әсәһе лә: “Ярай, бергә-бергә үҫтерербеҙ әле. Атаһы иҫән, нисек унан балаһын тартып алмаҡ кәрәк?” - тип ризалашты.

 Өфөгә университетҡа ҡабул итеү имтихандары тапшырырға китергә йөрөгән Диләнең дә ҡарары ҡырҡа үҙгәрҙе. “Быйылға ауылда ҡалам, апайымдың балаһын ҡарашам. Фельдшер Фәриҙә апай күптән хаҡлы ялда булha ла, кеше булмағанлыҡтан ғына эшләп йөрөй. Уның менән һөйләштем дә хәл иттем инде”,- тине ул туғандарына ҡәтғи рәүештә.

Әсәһенең күкрәк һөтөн ауыҙ ҙа итә алмай етем ҡалған малайға Мирас тип исем ҡуштылар. Дилә, ауыл фельдшерының патронаж бурыстарын үтәп тә, туғанлыҡ тойғоһона, ҡан тартыу көсөнә бойһоноп та, кескәй Мирас янына көн һайын йөрөнө. Ҡулынан килгәнсе ярҙам итте, йүргәк, кейем-һалым haтып алып килде, уйынсыҡтар ташыны, бала сирләгәндә эргәһенән китмәй таңдар уҙғарҙы. Мирас та уны таный, ынтылып тора, Диләнең ҡулынан төшмәй, ул ҡайтырға кейенә башлаһа, илап аптырата. Фатима апай менән Сабир ҙа, Дилә бер көн килмәһә лә, көтә, борсола башлайҙар. Ә Диләнең әсәһе төпсөк ҡыҙының яҙмышы өсөн хәүефләнә:

- Ниңә кистәрен клубҡа булһа ла сыҡмайһың ул? Тыумай ҡартайып ней... Тиҫтерҙәрең кейәүгә сығып бөтөп бара. Ә һин Фатиманан ҡайтып инмәйһең... Кит, улай килешмәй. Кеше әллә нимә һөйләп сығарыр,- тип һөйләнеп ала.   Дилә өндәшмәй. Шул шалҡан кеүек ап-аҡ малайҙы көн дә күргеһе, ҡулына aлғыһы, бәпес еҫен еҫкәгеһе килеп тик тора бит. Сабирҙың да ҡайғыһынан йыш ҡына “төшөрә” башлауын күрә, эскән сағында яңғыҙ ҡатындарға ла инеп сығыуын яҙа-йоҙа ишетеп ҡала ул. Ҡайһы бер көндәрҙә ауыр көрһөнөп, Диләгә моңһоу ҡараштары менән оҙаҡ итеп төбәлеп китеүе, тәмәкеһен тарта-тарта ихатала утынлыҡта уйланып ултырыуҙары ҡыҙҙың йөрәген телгеләй. Еҙнәһенең yғa ниҙер әйтергә теләүен, ләкин һүҙ башларға ҡыймауын да һиҙеп йөрөй аҡыллы ҡыҙ. Әммә үҙе шул һүҙҙән ҡурҡа, еҙнәһе менән һөйләшеүҙән ҡаса, икәүҙән-икәү ҡалырға теләмәй. Ул арала Мирас ултыра башланы, “ай-һай” баҫты, атлап китте. Теле лә асылды. Былар барыһы ла Диләнең күҙ алдында һәм уның ярҙамы менән тормошҡа аша торҙо. Гел генә аҡ халатта күреп өйрәнгәнгәме малай:

- Апай! Аҡ апай! Ағапай килде! - тип эләгә-тәгәрәй ҡыҙҙың ҡаршыһына йүгерә ине. Ошо эскерһеҙ, бер ҡатлы гонаһһыҙ сабыйҙың теләгенә ҡаршы сығырғa берәүҙең дә көсө етмәне. Бер сирләп тә, мыжып та торған көндө Мирас еңмешләнеп:

- Ағапай ҡайтмаһын, беҙҙә ҡалһын. Мин уның менән йоҡлайым... Миңә ағасәй булһын, - тип дау күтәрмәһенме!  

- Эйе, шул... Ҡал, Дилә, - Сабирзың тауышы ла, ҡарашы ла ялыныслы ине.

 Нисәмә оло кеше әйтә алмай йөрөгән һүҙҙәрҙе әйтте бит өс йәшлек бала! Күпме кешенең күңелендәге ауыр йөктө алып ташланы...

Ҡалды Дилә. Ләкин ҡатын һәм килен булып түгел, әсәй булып... “Мирас һауыҡҡансы”, - тип кенә. Тиҙ генә эшенә барып килә лә, көндәр буйы сирле бала янында була, дауалай. Уколдар яһай, ашата, эсерә, йыуындыра, ә төндәрен, Мирасты ҡосаҡлап, бәләкәй һәм тар бала карауатына ята.

 “Ни эшләнем мин? Ата-әсәйем ни әйтер? Ауыл халҡы нимәләр һөйләйҙер инде?” Ни тиклем ғазаплы уйҙар, утлы hopayҙap ҡоршауында ҡалды Дилә. “Еҙнә”...  Улай тип бер ҙә өндәшкәне булманы уның, Сабирға.  

 Өлгөрмәне лә инде: Динә менән Сабир бер йыл да йәшәп өлгөрмәне. Бала саҡтан дуҫ булып, бергә үҫкән һәм әле лә өҙөлөп яратҡан кешеңә “еҙнә” тип әйтеп буламы ни?! Юҡ, теле әйләнмәй Диләнең. “Апай менән еҙнә түшәге...” Әле генә бөтә зәһәрлеге, бөтә тәрәнлеге менән барып етте ҡыҙҙың мейеһенә генә түгел, ә йөрәгенә был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе. Уның зиһене таралды, бәғерҙәре өҙөлдө...

 Ошондай ғазаплы уйҙар менән ике төн үтте. Был билдәһеҙлек күпмегә һуҙылыр ине икән, әгәр бер иртәне Дилә Сабир ҡосағында уянып китмәһә? Тыңғыһыҙ эшендә лә арып, өйҙә лә сирле бала менән йонсоп киткән, икеле-микеле уйҙар менән зарыҡҡан ҡыҙ был төндә Сабирҙың нисек улар янына килеп баҫҡанын да, уны нисек күтәреп, үҙе янына йоҡо булмәһенә алып сыҡҡанын да һиҙмәне...

Әллә һиҙмәмешкә һалышты ғына микән?..

- Ағапай миңә ағасәй буламы?

Байтаҡ ваҡыт Мирас Диләне ағасәй тип йөрөттө. Үҫә килә башҡа балаларҙан ишетепме, әллә һеңлеһенең теле лә унан күрмәксе “ағасәй” тип асыла башлағанғамы, яйлап “әсәй”гә күсте.

 Эйе, атаһы менән aғаcәhe уға ҡараҡай ғына һеңле алып ҡайтҡан саҡта, Мирас дүрт йәшлек ағай ине инде. Ә бер йылдан Айгөл һеңлеһенән, сәңгелдәген ҡап-ҡара малай Булат һалдырып алды. Мирас уларҙы яратып, ихлас ҡарашты, хәстәрлекле һәм ярҙамсыл ағай була белде. Ләкин бер ҙә: “Ниңә улар ҡара, ә мин аҡ?” - тип һораманы. Бәлки, Фатима ҡартәсәһе аңлатҡандыр, ә, бәлки, cерҙe сисергә берәү ҙә баҙнат итмәгәндер. Ихтимал, кәрәге лә булмағандыр, форсаты ла сыҡмағандыр.

 Эсергә әүәҫләнеп барған Сабирҙан араҡыны нисек ташлатыуын үҙе генә белә Дилә. Уның дарыуҙарының ғына түгел, доғаларының илаһи  көсө хәмер яратыусы башҡа ауылдаштарына ла файҙалы булды.

  Ә “Ағапай” ауылдаштары өсөн ысын мәғәнәһендә изгелекле аҡ фәрештә булды. Медицина ярҙамы ғына түгел, тел ярҙамы ла, ҡул ярҙамы ла күп тейҙе уның кешеләргә. Егәрле һәм баҫалҡы килен, хәстәрлекле hәм яғымлы әсә, белемле hәм уңған фельдшер, аҡыллы hәм тоғро ҡатын, изге күңелле һәм сабыр ҡәйнә, ихлас  туған hәм ышаныслы дуҫ, йомарт күрше булараҡ, төплө кәңәштәре, көләс йөҙө, тәмле теле менән кешеләрҙең, йәнен дауалаһа, шифалы, еңел, йомшаҡ ҡулдары менән тән сырхауҙарын йүнәлтте.

 Эйе, олоғая килә Ағапайҙан Ағинәйгә әйләнде Дилә. Дингә ылыҡты. Yҙ аллы Ҡөрьән өйрәнә башланы. Әрүахтар, бигерәк тә апаһы рухына арнап аяттар уҡый. Уға исеме менән өндәшкән кеше лә һирәк хәҙер. “Ағапай” ҙа ”Ағинәй”. Сабир ғына уны яратып “Ҡарас” тип йөрөтә. Дилә лә үҙен тормошонан, балаларынан, иренән, эшенән ҡәнәғәт, бәхетле ҡатын тип иҫәпләй. Ләкин Сабирҙың, уға бер касан да “яратам” тип әйткәне булмағас, ҡайһы саҡтарҙа күңеле hыҡрап ҡуя. “Мин бәхетлеме һуң? Ә Сабир? Апайым рухы рәнйемәйме икән? Сабир мине яратамы?” - тип уҙәктәре өҙөлә уның йыш ҡына. Ә һөйөү һүҙҙәре мотлаҡ ҡысҡырып әйтелергә тейешме hyң? Иренең гел генә бәхетле йылмайыуҙан ҡояштай балҡыған йөҙө, яғымлы haғыш та, бөткөһөҙ наҙ ҙа сағылған күҙҙәре һөйләмәйме ни барыһын да?

 Ана ниндәй донъя ҡорҙолар улар, ә ниндәй балалар

үҫтерҙеләр: Айгөл менән Булат, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ҡалала төпләнделәр, үҙ ғаиләләре бар. Мирас ҡына атаһы менән әсәһен, ауылын ҡалдырып китә алманы. Ауыл хужалығы университетын тамамлап, шунда уҡ өйләнеп ҡайтты ла, бер ихатала ҙур өй һалып, ата-әсәһе янында йәшәй...

- Ай, әттәгенәһе, төш еткән бит, балам, ҡана, ашты һоҫайыҡ, самауырға күмер өҫтәйек, - Дилә, уйҙарынан бүленеп, һикереп торҙо.

- Өләсәй, мин ҡыҙҙарға “Аҡтыр- суҡтыр, кеше араһында юҡтыр”,- тип кенә әйтеп киләйем улайһа, үсекләшмәһендәр бүтәнсә, - тип тәтелдәне Гөлнара.

- Юҡ, балаҡайым, әйтмә! Бер ҡасан да берәүгә лә улай тип һамаҡлама, йәме...

- Ҡара-аас! - Ah, Сабирҙың тауышы. - Мин ҡайттым. Сәйең әҙерме? Мирас баҫыуҙа, станда төшкө ашҡа ҡалды. Ә мин элеваторға килешләй генә... Һинең самауыр сәйеңде эсмәһәм, бынау эҫелә баш ауырта башлай, - Са­бир ҡулын йыуа-йыуа һөйләнде.

- Минең сәйем дарыуҙан да шифалыраҡ шул, - Дилә иренә һөйөп ҡарай. Сабирҙың ҡарашы осҡонланып китә:

- Машинам бензинһыҙ йөрөй алмаған кеүек, мин һинһеҙ... әй, һинең сәйһеҙ йәшәй алмайым...

  Уның мөхәббәт һәм бәхет тулы күҙҙәре оялсан һөйөп ҡарай...

Зилә ПСӘНЧИНА.

Мораҡ ауылы. 

Автор:
Читайте нас