

Бөгөн – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә һөйөү хистәренә сорналып, һикәлтәле лә, ҡатмарлы ла, күркәм дә тормош юлынан оҙаҡ йылдар бергә атлаған күркәм ғаилә парҙары - ғүмер юлын 45 йылға яҡын бергә үткән Фәниә Фәтих ҡыҙы менән Сәләхетдин Камалетдин улы Халиҡовтар, тормош тигән оло диңгеҙҙән 50 йыл бергә йөҙөп, алтын туйҙарын билдәләгән Любовь Петровна менән Николай Иванович Хреновтар, Нина Викторовна һәм Александр Михайлович Щелконоговтар, Тәслимә Закир ҡыҙы менән Ғиниәтулла Сәлимгәрәй улы Вәлитовтар, Раҡия Идиәтулла ҡыҙы менән Фитратулла Закир улы Мусиндар; ғүмер тигән оло даръяны 60 йыл иңгә-иң терәшеп уҙған Фатима Ғәли ҡыҙы менән Вәли Ғәбит улы Байморатовтар тәбрикләнде.