Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2025, 09:34

Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, имгәнгән ер тынғы бирмәйме?

Улайһа ошо мазды ҡулланып ҡара, иртәгәһенә яңы тыуғандай булырһың

❓Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, имгәнгән урын тынғы бирмәй

Былар һиңә танышмы? Улайһа һинд табиптары уйлап сығарған дауаны төнгә ҡарай ҡулланып ҡара. Иртән яңынан тыуғандай булырһың.

❗Бының өсөе 50 мл кaмфора спиртын, 50 г гәрсис порошогын, 5 йомортҡаның ағын ал.

❗Башта камфара спиртына 50 г гәрсис һалып болғатып ал. Унан йомортҡа ағын ҡушып, ныҡлап сайҡат.

❗Килеп сыҡҡан ҡатнашма мазь кеүек ҡуйылыҡта булырға тейеш. Был май менән көнөнә бер тапҡыр, йоҡларға ятырҙан алда ныҡлап һеңеп бөткәнсе ыу.

❗Унан дымлы сепрәк менән һөртөп ал. Тән тиреһе ҡыҙарып, бер аҙ әсетеп тороуы ихтимал.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас