Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2025, 11:23

Үксәләр ярылғандан түбәндәге рецепттарҙы ҡулланып ҡарағыҙ:

Йоҡлар алдынан календула майын “һыу мунсаһында” йылытып алғандан һуң, марляны шуға манып, ярылған үксәгә һылағыҙ. Яралар төҙәлгәнгә ҡәҙәр дауам итегеҙ.

Ун төймә аспиринды порошок хәленә килгәнсе төйөгөҙ. Өҫтөнә ярты стакан спирт һәм бер шешә йод алығыҙ. Ҡатнашманы яҡшылап һелкеп болғатып, ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ.

Йоҡлар алдынан үксәгә һылағыҙ. Ике-өс процедуранан һуң үксәләрегеҙ танымаҫлыҡ булып төҙәлер.

Бер күкәй һарыһына бер аш ҡалағы үҫемлек майы һәм бер сәй ҡалағы аш һеркәһе һалығыҙ. Уны ҡулланыр алдынан аяҡтарығыҙҙы 10-15 минут йылы һыуға тығып тороғоҙ.

Унан ҡатнашманы үксәләрегеҙгә һылағыҙ, өҫтенән полиэтилен пакет һәм ойоҡбаш кейеп ҡуйығыҙ. Бер нисә сәғәт тотҡас, йыуығыҙ. Төнгә лә ҡалдырырға була.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас