Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2025, 11:20

Халыҡ табибының кәңәштәре

Күрше ауылдан Иршат килде. Бик ныҡ ауырый, ашай алмай, 45 килограмға тиклем кәмегән. Мәктәптә эшләй, хәле бөтә, иптәштәре ярҙамы менән генә йөрөй. Врачтар диагноз ҡуя алмай. Район, Өфө дауаханаһында ла булған, ләкин файҙа булмай. Иршатты тыңланым да, доғалар ярҙамында дауаланым да шундай кәңәш бирҙем.

Түбәндә "халыҡ табибы"ның кәңәштәрен бирәбеҙ. Бәлки, кемгәлер ярҙамы тейер:

 

(1) Атлай алмаған.(Булған хәл)
“Кәләш алып дәртләнеп йәшәй башлаған ғына ваҡытым. Бесән мәле. Ат егеп,кәләшем менән бесәнгә барҙыҡ. Төшкө аш ваҡытында ҡатынымдың аяғы йөрөмәҫ булды, атлай алмай. Арбаға күтәреп ултыртып алып ҡайттым. Фермала эшләгәндә бик ныҡ һыуыҡ үткәргән. Аяғында ревматизм, парафинға баҫа, ай һайын укол ала. Бармаҡтары суртайған- полиартрит,йөрәге ауырта-тип шылтыратты Саҡмағош районынан Айбулат.
Мин уға телефондан шундай кәңәш бирҙем:
- Плитаға (плиткаға,газға) таба ултыртып йылытырға(эҫетергә) кәрәк,бер шешә араҡы алып бер рюмка ҡалдыр, ҡалғанын эҫе табаға ҡой. Ҡатыныңды ултырғысҡа ултырт, аяғын ошо табаға баҫтыр, үҙеңә ҡатыныңдын аяғын йылы араҡы менән тубығына тиклем ыуырға кәрәк. Араҡыны табан һурып ала, табала тик һыу ғына ҡала. Шунда уҡ, баяғы ҡалған бер рюмканы эсереп, ҡатыныңды йылы юрған менән ябып һалып ҡуй, башы ла күренмәһен- тип аңлаттым.
Бер аҙналап ваҡыт үткәс, Айбулат шылтыратты:
- Ағай, ҡатыным шәбәйҙе бит. Һеҙ өйрәткәнсе эшләнем. Һалып ҡуйған инем, ҡатыным йоҡланы, иртәнсәк кенә уянды, ә юрғаны һығып алмалы һыу ине. Үҙе, минең бер ерем дә ауыртмай,тей, баҫып ҡарай, атлай ала. Беҙ һеҙгә шундай рәхмәтлебеҙ, - тип шылтыратты.
Бер айлап ваҡыт үткәс тағы шылтыратты, ҡатыны үҙен яҡшы тоя, йүгереп йөрөй. Уколын алырға ла онотҡан икән. Был хәлгә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Хәлдәрен һөйләп торалар.

 

(2) Ашай алмай ине.(Булған хәл)
Бер ваҡыт оло ғына йәштәге ағайҙы ҡарарға тура килде. Бер нисә тапҡыр килде, хәле яҡшы. Ул ағай ҡасандыр ашҡаҙан сире(гастрит) менән ауырып больницала ята, ләкин файҙа булмауы тураһында һөйләне. Больницала ятҡан ваҡытта, бер ағайҙың халыҡ медицинаһы менән дауа алыуы тураһында ишетә.Ҡайтып ул һөйләгәнсе эшләй һәм хәле яҡшыра, ашҡаҙан сиренән ҡотола. Был һөйләгәнде мин яҙып ҡуйҙым.
Бер ваҡыт миңә йәш ир менән ҡатын килде. Катыны шундай ябыҡ ҡына, тормоштан ялҡҡан кеүек күренә. Ире һөйләүенсә: ҡатыны мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй, өйҙә лә тырыш, таҙа, ашарға әҙерләй, мин ашайым, тик ҡатыным ашай алмай. Күҙгә күренеп ябыҡты. Һеҙҙең турала ишетеп килдек, ярҙам итегеҙ инде,-тине.
Катынға ҡарап торҙом да, уларға шундай кәңәш бирҙем: (оло йәштәге ағайҙың кәңәшен бирҙем)
- Иртән йоҡонан торғас та бер стакан йылы һөткә, бер йомортҡаны һытып (һарыһы менән бергә) болғап эсергә кәрәк. Башта эсеүе ауырыраҡ булыр, өйрәнерһегеҙ. Эскәндән һуң ярты сәғәт ашамаҫҡа кәрәк. Бер айҙан һөҙөмтәһен күрерһегеҙ,-тинем.
Былар ҡайтып китте. Ике ай үткәс кәләше ҡыуанып шылтыратты.
- Ағай, хәлем яҡшырҙы. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Хәлдәрен белдереп торалар. Ҡайһы бер осраҡта, минең доғалар менән ҡарауым да кәрәкмәй “Халыҡ медицинаһы” ла ярҙам итеп ҡуя.

 

(3) Башҡа сара юҡ ине ( Булған хәл)
Күрше ауылдан Иршат килде. Бик ныҡ ауырый, ашай алмай, 45 килограмға тиклем кәмегән. Мәктәптә эшләй, хәле бөтә, иптәштәре ярҙамы менән генә йөрөй. Врачтар диагноз ҡуя алмай. Район, Өфө дауаханаһында ла булған, ләкин файҙа булмай. Иршатты тыңланым да, доғалар ярҙамында дауаланым да шундай кәңәш бирҙем: 95 % спирт, йода, аш ҡалағы кәрәк буласаҡ.
1-се көн – бер аш ҡалағы спирткә, бер тамсы йода тамыҙып, ашар алдынан эсергә. Ярты сәғәттән ашарға була. ( Көнөнә 3 тапҡыр, ашар алдынан эсергә кәрәк)
2-се көн – бер аш ҡалағы спирткә, ике тамсы йода тамыҙып, ашар алдынан эсергә.
3-сө көн- бер аш ҡалағы спирткә өс тамсы йода тамыҙып, ашар алдынан эсергә.
Шулай итеп, йоданы 10 тамсыға тиклем еткерергә кәрәк.
Унан һуң кире китергә:
11-се көн- бер аш ҡалағы спирткә 9 тамсы йода
12-се көн –бер аш ҡалағына 8 тамсы йода, һәм шулай итеп көн дә, бер тамсы кәметеп бараһың һәм бер тамсыға еткереп тамамларға кәрәк.
Был тамаҡ төбөндәге ҡорттарҙы(мырҙарҙы) үлтерә.
Минең күҙлектән, Иршаттың тамағында яман шеш башланған ине. Мин әйткәнде эшләне, хәле яҡшырҙы, Аллаға шөкөр, эшләп йөрөй.
Был осраҡта спиртты, башҡа мөмкинселектәр булмағанға, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулландыҡ.

Автор:
Читайте нас