Һуңғы бүләк отош 4 июлдә уҙҙы. Был юлы башҡа приздар менән бер рәттән төп бүләк – микротулҡынлы мейес уйнатылды.
Барлығы 200-гә яҡын квитанция килде. Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмайыҡ, даланлылар исемлеген бирәйек. Бына улар – Бикеш ауылынан Ишбулды Байсарин (салат һауыттары), Мәҡсүттән Әбдрәхимов (плед), Мораҡтан Миңлегөл Ибраһимова (карауат япмаһы), Ҡаҙир ауылынан Мәжит Йосопов (үтек). Төп бүләк – микротулҡынлы мейес Буҫтыбайҙан Р.М.Әбйәлиловаға насип булды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, кемдәр гәзитебеҙгә яҙылып өлгөрмәгән – был эште яҡын арала атҡарып сыға ала. Әгәр 20 июлгә тиклем яҙылһағыҙ, һеҙгә гәзит 1 августан килә башлаясаҡ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге.