Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Июль 2025, 09:55

Егәрлеләр, йомарт күңеллеләр

Был тормошҡа, йәшәүгә булған сикһеҙ һөйөүҙәре, дәрт-ялҡындары уларҙың яҡты йөҙҙәрендә үк сағылыш тапҡандай. Тап улар кеүек ихлас, йомарт күңеллеләр һәм эшкә егәрлеләр был тормошобоҙҙо биҙәп тора ла инде! Һүҙебеҙ ярты быуатҡа яҡын ғүмер йомғағын татыулыҡта һүтеп, Бикбулат ауылына йәм һәм ғәм өҫтәп йәшәүсе Рәсимә менән Хәмит Көҫәпҡоловтар хаҡында булыр.  Рәсимә Рәжәп ҡыҙы сынйыр-сынйыр теҙелгән тауҙар ҡосағында иҙрәп ултырған Юлдыбай ауылында 1960 йылдың йомарт көҙҙәрендә яҡты донъяға килә.  Әсәһе Зәкиә Яҡуп ҡыҙының ғүмере тынғыһыҙ совхоз эшендә үтә – сөгөлдөр утауҙан, ырҙын табағынан да ситтә ҡалмай, фермала быҙау ҙа ҡарай.  Атаһы Рәжәп Зәкәриә улы ғүмер баҡый шул уҡ “Күгәрсен”, артабан “Искра” совхозында тракторсы, водитель булып эшләй.  Юлдыбайҙа тыуһа ла, Рәсимә апайҙың бала һәм үҫмер сағы әсәһенең тыуған ауылы - Төпсәндә уҙа. Атаһы өс йыл Венгрияла хеҙмәт иткән осорҙа, сабый ғына килеш өләсәһе ҡуйынына һыйынған ҡыҙ ошо ауыл мәктәбенә уҡырға бара, башланғыс белем ала. Уҡыуын Юлдыбай урта мәктәбендә дауам иткәс, бәпләп тә, кәрәгенсә шелтәләп тә эшкә өйрәткән, егәрле, талапсан булып үҙ өлгөһөндә тәүге тормош һабаҡтары биргән ҡәҙерле өләсәһе Хәлимә Хисаметдин ҡыҙынан айырылғыһы килмәйенсә, Төпсән ауылынан йөрөп уҡый. Гел яҡшы билдәләргә өлгәшеп, алдынғылар сафынан төшмәгән ҡыҙ киләсәктә яҙмышын мәктәп менән бәйләргә ниәтләй.

Егәрлеләр, йомарт күңеллеләрЕгәрлеләр, йомарт күңеллеләр
Егәрлеләр, йомарт күңеллеләр

Был тормошҡа, йәшәүгә булған сикһеҙ һөйөүҙәре, дәрт-ялҡындары уларҙың яҡты йөҙҙәрендә үк сағылыш тапҡандай. Тап улар кеүек ихлас, йомарт күңеллеләр һәм эшкә егәрлеләр был тормошобоҙҙо биҙәп тора ла инде! Һүҙебеҙ ярты быуатҡа яҡын ғүмер йомғағын татыулыҡта һүтеп, Бикбулат ауылына йәм һәм ғәм өҫтәп йәшәүсе Рәсимә менән Хәмит Көҫәпҡоловтар хаҡында булыр.

 Рәсимә Рәжәп ҡыҙы сынйыр-сынйыр теҙелгән тауҙар ҡосағында иҙрәп ултырған Юлдыбай ауылында 1960 йылдың йомарт көҙҙәрендә яҡты донъяға килә.  Әсәһе Зәкиә Яҡуп ҡыҙының ғүмере тынғыһыҙ совхоз эшендә үтә – сөгөлдөр утауҙан, ырҙын табағынан да ситтә ҡалмай, фермала быҙау ҙа ҡарай.  Атаһы Рәжәп Зәкәриә улы ғүмер баҡый шул уҡ “Күгәрсен”, артабан “Искра” совхозында тракторсы, водитель булып эшләй.

 Юлдыбайҙа тыуһа ла, Рәсимә апайҙың бала һәм үҫмер сағы әсәһенең тыуған ауылы - Төпсәндә уҙа. Атаһы өс йыл Венгрияла хеҙмәт иткән осорҙа, сабый ғына килеш өләсәһе ҡуйынына һыйынған ҡыҙ ошо ауыл мәктәбенә уҡырға бара, башланғыс белем ала. Уҡыуын Юлдыбай урта мәктәбендә дауам иткәс, бәпләп тә, кәрәгенсә шелтәләп тә эшкә өйрәткән, егәрле, талапсан булып үҙ өлгөһөндә тәүге тормош һабаҡтары биргән ҡәҙерле өләсәһе Хәлимә Хисаметдин ҡыҙынан айырылғыһы килмәйенсә, Төпсән ауылынан йөрөп уҡый. Гел яҡшы билдәләргә өлгәшеп, алдынғылар сафынан төшмәгән ҡыҙ киләсәктә яҙмышын мәктәп менән бәйләргә ниәтләй.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас