Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2025, 05:27

Өс гармун тарихы

Гармун уйнап ултырған ағай нимә өсөндөр ҡатынына асыуы ҡабарып, музыка ҡоралын күтәреп кенә һуҡты ла ҡуйҙы... Ах! Һуңғы айҙарҙа беҙҙең кистәребеҙҙе йәмләгән ҡәҙерле әйберебеҙ ҡап уртаға өҙөлөп, иҙәндә аунағанын күреү беҙҙең өсөн бик ауыр булғандыр...

Сәлиә Ғатауллина
ӨС ГАРМУН ТАРИХЫ🎶🎼
Үҙ ғүмеремдә өс гармуным булды минең. Дөрөҫөрәге, беренсеһе ғаиләләге барыбыҙ өсөн дә алынғайны. Тыуған ауылыбыҙҙан күсенгән саҡта өйҙө һатып китергә тура килде. Мин ул мәлдә дүртенсе класта уҡый инем. Үҙе лә йыр-моңға ғашиҡ әсәйем беҙгә гармун алып бирҙе. “Рябинушка” исемле ине. Быға тиклем посылторгтан мандолина яҙҙырып алып, минән өс йәшкә өлкән апайым менән мандолинала сиртергә өйрәнеп алғайныҡ инде. Гармунда ла уйнарға өйрәнә башланыҡ. “Мәрйәмем” булды беренсе өйрәнгән йырыбыҙ. Ул йылдарҙа бик күптәр иң тәүҙә ошо йырҙы өйрәнгәндер ул? Кистәребеҙ гармун бысҡылдатып үтә. Апайым ике яғынан да өйрәнеп тә алды инде. Тик ҡыуанысыбыҙ ғына оҙаҡҡа барманы шул... Бер кис бер ағайыбыҙ ҡатыны менән ҡунаҡҡа килгәйне. Гармун уйнап ултырған ағай нимә өсөндөр ҡатынына асыуы ҡабарып, музыка ҡоралын күтәреп кенә һуҡты ла ҡуйҙы... Ах! Һуңғы айҙарҙа беҙҙең кистәребеҙҙе йәмләгән ҡәҙерле әйберебеҙ ҡап уртаға өҙөлөп, иҙәндә аунағанын күреү беҙҙең өсөн бик ауыр булғандыр... Шулай итеп гармунһыҙ ҡалдыҡ. Ярты яғы ғына уйнарға яраҡлы гармунды, нисек тә икенсе яғының тишектәренә мамыҡ-фәлән тығып булһа ла, һаман бысҡылдаттыҡ әле, бер-бер артлы көйҙәр өйрәндек ҡустылар менән.
Шулай бер йылы, нисәнселә уҡығанмындыр, ошо бер яҡлы гармунда көйҙәр уйнап ултырам. Ял көнө булғандыр, сөнки әсәйем өйҙә ине. Күршебеҙ Нурғәле ағай ниндәйҙер йомош менән килеп инде. Минең гармунда уйнап ултырғанды күреп:
– Бәәәй, мин үҙемдең балаларға гармунын да, баянын да, аккордеонын да алып бирҙем. Берәүһе, исмаһам, тотоп та ҡарамай. Ә был ҡыҙ емерек гармунда уйнап ултыра. Минең гармундың бас яғы теүәл, ҡайҙа, ҡайтып шуны алып киләйем әле! – тип сығып китте лә, тиҙ арала кире әйләнеп килде. Ике гармундың өлөштәрен ҡушҡайны, гармуныбыҙ терелде лә ҡуйҙы! Үҙе уйнап ҡараны ла, миңә матур теләктәр әйтеп, ҡайтып китте. Бер аҙна эсендә икенсе яғынан да уйнарға өйрәнеп алдым. Ғүмерем буйына рәхмәтлемен уға. (Һуңынан, беҙ унынсыла уҡығанда, сплав ваҡытында һыуға батып ҡуйҙы күрше ағай... Мәңгелек хәтер...)
Икенсе гармун миңә бүләк булып килеп инде)). Мәктәп бөткән йылды бер егет бәйләнеп йөрөй башланы. Йәнем һөймәй үҙен, уфф, йәшкә лә күпкә оло үҙе. Әсәйемдән мине һоратып бөткән... Училищела уҡыған саҡ. Бер ялымда ҡайтһам, өр-яңы гармун көтә өйҙә. “Тульская” исемле. Үҙенең матурлығы... Тик барыбер йөрәгемде яулай алманы теге үҙе, әммә гармуны ҡалды. Кәрәкмәй, тиһәм дә, ҡалдырып китте. Межгорьеға эшкә ебәргәстәр, гармунды үҙем менән алдым. Йәш саҡ, дәртле саҡ. Төҙөлөштә эшләйбеҙ. Кис етһә, уйынға сығабыҙ. Мин гармунымды алам үҙем менән. Шулай бер кис егеттәр, ҡыҙҙар йыйылыштыҡ та, бейеүҙәр башланды. Мостафа исемле Учалы егете менән алмашлап уйнайбыҙ. Ярышып, кем кемде еңер, тип бер ҡыҙ менән егет бик оҙаҡ бейенеләр. Лыс һыу булып, тирләп бөттөләр үҙҙәре. Гармун Мостафа ҡулында. Манма тиргә батһалар ҙа, береһе лә еңелергә уйламай. Ҡапыл Мостафаның түҙемлеге шартланы: һикереп торҙо ла, гармунды иҙән уртаһына быраҡтырҙы... Гармуным ҡап уртаға өҙөлөп, эшлектән сыҡты ул кисте...
Ошо хәлдән һуң бик күп йылдар буйына гармуным булманы. Тормошҡа сыҡҡас та, Белоретҡа барһаҡ, магазиндарҙа ҡарап йөрөй-йөрөй ҙә, нимәһелер оҡшамаһа, алмай инем. Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа, туйға барғанда минең өсөн гармун әҙерләп ҡуйырҙар ине. Шулай йылдар үтте.
Өсөнсө гармун минең өсөн бик ауыр мәлдәрҙә килеп эләкте. Бер-бер артлы өйөлөп ҡайғылар килгән мәл... Әсәйем дә, Әнүәр ағай ҙа китеп барҙы... Үҙемдең ғаилә ағзалары бәләгә тарыны... Шуға өҫтәп утыҙ йылға яҡын ғүмер кисергән Межгорьебыҙҙан күсенеп китергә йыйынабыҙ. Ул йылдарҙа барыһы ла кәрәҙле телефонға күсә башлағайны. Беҙгә лә телефон кәрәк. Тик телефон алыр өсөн Белоретҡа барырға. Барҙыҡ, кәрәкле әйберебеҙҙе алдыҡ. Баҙарға ла инеп ҡайтырға булдыҡ. Урам яҡта төрлө кәрәк-яраҡ һаталар. Ирем шунда барыр кәрәк, тигәс, киттек. Ҡапыл гармун һатыусылар янына килеп сыҡтыҡ. Һәр ҡайһыһы үҙенең ҡоралын маҡтай. Бер гармунды күреп ҡалдым ла, урынымдан ҡуҙғалып китә алмай тик торамсы. Минең ҡыҙыҡһынғанымды аңлап ҡалған урыҫ милләтле ағай:
– Ҡыйбат һатмайым, алығыҙ! – тип өндәште.
– Уйнап ҡарарға мөмкинме? – тим.
– Уйнағыҙ, кәнишнә, мөмкин, –ти.
Ҡулыма алдым, уйнай башлағайным, ҡулымдан ысҡындырғым килмәне лә ҡуйҙымы шул? Кешеләр йыйылып китте... Ирем яныма килде лә, оҡшаһа, ал һуң, ти. Йөрәгем яныуҙарын тик ошо гармун ғына баҫа алырын ул да аңлағандыр ошо минутта... Өсөнсө гармунды шул көндө ирем алып бирҙе миңә. Шулай... Бына инде егерме йыл була был ҡорал ҡулыма килеп эләгеүенә. Өсөнсө гармуным ғүмерле булды, Аллаға шөкөр. Гармун моңдарынан айырылмайыҡ, иҫән-һау булайыҡ барыбыҙ ҙа! Амин.

Автор:
Читайте нас