Благовещен һәм Федоровка райондарында көслө ел өйҙәрҙең ҡыйығын алып осорған.
Дауыл ҡупҡан
Федоровка район үҙәгендә ел йорттоң, гараждың һәм мунсаның шиферын алып ташлаған. Трошкин ауылында ферманың ҡыйығы аҡтарылған. Ә Языков ауылында гараж ҡыйығын осорған. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.