Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
3 Июль 2025, 09:59

Махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашыу матур йолаға әүерелде

Юлдыбай ауылының мәҙәниәт усағында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ваха позывнойлы яугир менән осрашыу уҙғарылды.   

Махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашыу матур йолаға әүерелдеМахсус хәрби операция яугирҙары менән осрашыу матур йолаға әүерелде
Махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашыу матур йолаға әүерелде

 Яугирға үҙенең фотоһүрәтен “Ил яҙмышы – ир-егеттәр иңендә” плакатында күреү бигерәк ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс булды.

 Осрашыу аралашыу форматында уҙҙы, Ваха үҙенең ҡыҙыҡлы хәлдәре тураһында бәйән итте, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты, ауылдаштарының һорауҙарына яуап бирҙе. Яугир ауылдаштарына һәр саҡ гуманитар ярҙам ебәргәндәре, иғтибарҙары һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, быларҙың барыһы ла егеттәргә көс биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас