Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2025, 09:20

КҮРЕНЕКЛЕ ДӘҮЛӘТ ЭШМӘКӘРЕ, ЖУРНАЛИСТ ҺӘМ ЯҘЫУСЫ

Ырымбур үҙенең шау-шыулы баҙарҙары, даң-доң һуҡҡан сиркәүҙәре, бейек манаралы изге мәсеттәре менән Шәһитте ҡаршы алды.

III. Ырымбурҙа “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә

 Ырымбур үҙенең шау-шыулы баҙарҙары, даң-доң һуҡҡан сиркәүҙәре, бейек манаралы изге мәсеттәре менән Шәһитте ҡаршы алды.

 Ҙур ҡалала ул башта ҡаушап ҡалды. Урамдар буйлап бара торғас, ҙур ғына баҙарға килеп сыҡты. Баҙарҙың нәҡ уртаһында түңәрәк алҡа яһап, сегәндәр кескенә генә бөҙрә сәсле малайҙы бейетәләр. Ул, бер ара бейегәс, туҡтап ял итеп ала ла, үҙен ҡарап тороусыларға ҡулдарын һуҙып аҡса йыйырға тотона. Халыҡ төркөмө йәнә йыйылыу менән тағын бейергә тотона.

 Ҡырҡ-илле йәтәрҙәге бер сегән, ҡолағындағы алҡаһын ҡояшта ялтыратып, боронғо сегән йырын һуҙып ебәрҙе. Шәһит тә ауылда Ҡыҙҙар тауында көтөү көткәндә йырлаған йырҙарын иҫенә төшөрҙө.

 Ул яратҡан мөғәллиме Хажиәхмәт биргән адрес буйынса “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә юл алды.

 “Хөсәйениә” яңыса уҡытыуҙы ҡабул иткән мәҙрәсәләрҙең береһе. Бирелә ҙур тарихи хеҙмәттәр яҙған, үҙенең “Мофассал тарих кавеме төрки” (“Төрки халыҡтарҙың тәфсилле тулы тарихы”) китабы өсөн төрөк солтанынан алтын миҙал алған Хәсәнғата Ғәбәши тарих фәндәрен уҡытһа, күренекле журналист һәм яҙыусы, шәрек телдәре белгесе Фәтих Кәрими “Мохтасар тарих гомуми” (“Сит илдәрҙең ҡыҫҡаса тарихы” һәм “Россия тарихы”) буйынса дәрестәр бирә, шәкерттәрен үҙ дәреслектәре буйынса уҡыта.

 Тарихсы ғалим, журналист һәм яҙыусы, күп кенә педагогик хеҙмәттәр авторы Риза Фәхретдин ислам дине һәм әхлаҡи ҡағиҙәләргә ҡараған дәрестәр бирә. Ул Закир һәм Шакир Рәмиевтар аҡсаһына сығарылған  “Ваҡыт” гәзите һәм “Шура”  журналының мөхәррире вазифаһын да алып бара. Ана шундай ғалимдан бирелә шәкерттәр лекциялар тыңлай. Бына  ҡайҙа ҙур өмөттәр бағлап килә беҙҙең Шәһитебеҙ.

 Шәһитте мәҙрәсәгә уҡырға алмайҙар, сөнки сабатаһының “киндерәһе оҙонораҡ” икән. Тырыш һәм сая егет бик тә үтенеп ялынғас, уҡыу теләге көслөлөгөн, өмөт сатҡыларын күреп алғас, Әхмәт байҙың таныштарының береһе уны үҙенә хеҙмәтсе итеп ала. Ул хеҙмәт хаҡы иҫәбенә тамағын туйҙырырға, эштән һуң мәҙрәсәлә уҡырға мөмкинлек бирәсәген әйтә. Һүҙендә тора.

 Аҡыллы һәм эшсән егет аҙнаның бер нисә көнөн мәҙрәсәлә уҙғара, мөмкин тиклем белем алырға тырыша.

 Билдәле, бирелә донъяуи фәндәр менән бер рәттән көндәлек дәрестәр теҙмәһендә ғәрәп теле морфологияһы буйынса “Шәрхе Ғабдулла”, ә синтаксистан “Ҡафия”, “Нәхү” һәм фарси теле грамматикаһы ла урын алған.

 Шәһит был телдәрҙе өйрәнеү менән бергә ғәрәп-фарсы әҙәбиәтенең иң матур үрнәктәрен Әл-Мәғарри, Ғүмәр Хәйәм, Фәретдин Ғаттар һәм Шәйех Сәғди шиғырҙарынан да ауыҙ итә.

 Үҙебеҙҙең Иҙел-Урал ерлегендә киң таралған һәм һәр йорттоң китап кәштәләрендә урын алған Сөләймән Баҡырғаниҙың “Баҡырған”, Аллаһияр Суфиҙың “Сөбател ғажизин”, Тажетдин Ялсығолдың “Рисаләи Ғәзизә”, “Сәйетбаттал Ғазый”, “Ҡырҡ вәзир” әҫәрҙәрен матур әҙәбиәт үрнәктәре рәүешендә өйрәнәләр.

 “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе өс ҡатлы ҙур ғына бина булып, бер бүлмәһендә шәкерттәр һәм мөғәллимдәр өсөн бай китапхана урынлаша. Унда Мысырҙан “Әл манар”, Ҡырымдан “Тәржеман”, Ҡазандан “Йолдыз” һәм “Бәянелхак” гәзиттәре алдырылып, өҫтәлдәрҙә үҙ урындарын алған. Ваҡыт тап та, уҡы ғына. Шәһит тә, башҡа шәкерттәр кеүек, гәзиттәрҙән ил һәм сит илдәрдәге ваҡиғалар менән танышып бара.

 Мәҙрәсә үҙәктән йылытыла икән. Бесәнселәге кеүек ҡоромон һөртә-һөртә етеле лампа менән яҡтыртылмай. Бүлмәләрҙә, залдарҙа электр фонарҙары. Был уңайлыҡтарҙы кем ҡуйҙырған? Мәҙрәсә кем иҫәбенә эшләп килә һәм ундағы мөғәллимдәргә хеҙмәт хаҡын кем түләй икән?

 Ошо һорауҙарға яуапты ул Риза Фәхретдин тарафынан яҙылып, 1910 йылда Ырымбурҙа баҫылған “Әхмәт бай” исемле китаптан укып белде. “Хөсәйениә”нән тыш йөҙләгән мәсет-мәҙрәсәләр төҙөтөп, мөғәллимдәренә тораҡ йорттарға ҡәҙәр һалдырып, төрки халыҡтарҙы мәҙәниәтле итеп күрергә теләгән олуғ меценат Әхмәт бай Хөсәйенов икән ул. Ҡыҙыл мәсет, Сәйетҡол һәм Күгәрсен мәҙрәсәләренә лә уның ярҙамында уҡыу әсбаптары, дәреслектәр бушлай ҡайтартыла.

 Һәр аҙнаның йомаға ҡаршы кесаҙна көнөндә мәҙрәсәлә һәр фән буйынса моназарҙар (дискуссия, бәхәстәр) ойошторола. Бына бөгөн дә шәриғәт, тарих һәм география фәндәренә бәйле бәхәстәр ҡыҙа барҙы. Рошди синыф шәкерттәре сусҡа көтөүендә йөрөгән һарыҡты ҡорбан итеп салырға яраймы-юҡмы икәнлеге тирәһендә бәхәскә керһәләр, юғарыраҡ синыф шәкерттәре тарих буйынса “Стачка менән забастовкалар бер үк нәмәме, әллә айырыламы?” темаһы буйынса ҡыҙыу бәхәскә инделәр. Шәһит тә төплө итеп үҙ фекерен әйтте, башҡа шәкерттәр кеүек дәлилләп-иҫбатлап ҡуйҙы. Мөғәллиме Хәсән Ғата Габәши уның бәхәстә еңеүсе икәнлеген иғлан итте.

 Ә география буйынса барған моназара айырыуса ҡыҙыҡлы булды. “Ер үҙ күсәрендә әйләнгәс, ниңә беҙҙең мәҙрәсәбеҙ ҙә әйләнмәй һәм ишеге ниңә бер яҡҡа ҡына ҡарап тора?” кеүек һорауҙарға баштарын ваттылар. Шәһит быныһында ла ситтә ҡалманы: глобусты ҡулына алып үҙ фекерен ярып һалды.

 Мәҙрәсәлә яҡшы, ләкин хужаһы өйөнә ҡайтыу менән эштәр етәрлек, белем алыу көндән-көн арта, донъяны күҙаллау офоғо көндән-көн киңәйә бара...

(Дауамы бар)

Ниғмәтулла ВАҺАПОВ,

ветеран уҡытыусы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас