Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2025, 11:36

Ҡара ҡарағаттан варенье (пятиминутка)

Емеш-еләк бешәме? Ҡара ҡарағаттан тәмле лә, ҡуйы ғына варенье ҡайнатығыҙ.

Тәүҙә 11 стакан ҡарағат, 2 стакан һыу, 7 стакан шәкәр һалып ҡайнатып сығарабыҙ. Ҡайнап сыҡҡан массаға тағы 11 стакан ҡарағат өҫтәп тағы 5 минут ҡайнатабыҙ һәм газды һүндереп 7 стакан шәкәр өҫтәйбеҙ. Һыуынғас, ҡуйы ғына, тәмле генә варенье килеп сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас