*Июль эҫе булһа, декабрь һыуыҡ килә.
*Әгәр июль иртәһендә томан һыуға таралһа, яҡшы һауа торошо көт.
*Әгәр иртән ысыҡ булмаһа, кискә ямғыр яуасаҡ.
*Июль иртәһендә йылы ямғыр яуып китһә, көндөҙ һауа торошо яҡшы булыр.
*Әгәр июлдә билсән күп икән, һыуыҡ ҡыш көтөгөҙ. *Ҡуҙғалаҡ күп булһа, ҡыш йылы килер.
Һәр көнгә халыҡ һынамыштары
1 июлдә ҡояш алтынһыу-һары, алһыу шәүлә менән байый икән, яҡшы һауа торошона.
2 июль ай мөгөҙөнә "силәк элеп" булһа, көндәр ҡоро торор. "Силәк элеп" булмаһа - ямғырға.
5 июлдә ямғыр яуһа, икмәк уңыр.
6 июлдә һандуғас тауышы ишетелмәһә, арпа һуға башларға мөмкин.
7 июлдә ысыҡ күп булһа, ҡыяр уңышы мул булыр.
8 июлдә ямғыр яуып үтһә, умартасылар өсөн йыл уңышлы булыр: бал күп булыр.
9 июлдә ямғыр яуһа, сентябрь буйы ямғыр булыр. Әгәр көн ҡояшлы булһа, бер аҙна шундай һауа торошо һаҡланыр.
10 июлдә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы "илаҡ" булыр.
12 июль - Питрау. Был көндән һуң үҫемлектәр үҫеүҙән туҡтай. Был көндө ямғыр яуһа, иген уңмай.
15 июлдә ағастарҙа һары япраҡтар күренһә, иртә көҙ һәм ҡышҡа.
17 июлдә болоттар бер буй булып һуҙылып ятһа, йылы көндәргә.
18 июль кисе көндөҙгә ҡарағанда йылыраҡ булһа, ямғырға.
21 июль төндә ай тоноҡланһа, июль аҙағы ямғырлы булыр.
26 июль кисендә серекәйҙәр ҡотора икән, бәшмәк уңыр.
27 июлдә ямғыр яуһа, тағын 7 көн яуасаҡ.
29 июль ямғырлы икән, алдағы ике-өс көн дә еүеш булыр. 30 июль көндө йәшен булһа, көҙ ямғырлы, ҡыш буранлы килер.
31 июлдә көн эҫе булһа, декабрь һыуыҡ булыр.