

ЕР ЕЛӘГЕ
Күк йөҙөндә күпме йондоҙ янһа,
Шул йондоҙҙар һанлы ер еләк.
Өндәшәләр кеүек, ергә ятып:
“Йыйып ҡына алсы бер силәк”.
Ҡыңғыраулы, шау сәскәле аҡлан
Йәшел юрғандарға төрөнгән.
Йылы ҡояш нурҙарына бағып,
Ер еләге бешеп өлгөргән.
Устарыма йыйып ер еләген
Алыҫ йондоҙҙарға һибәмен.
Хуш еҫенә улар кинәнһендәр,
Күктә юҡтыр ул ер еләге...
КҮГӘРСЕН КҮҘҘӘРЕ
Зәңгәр күктән йондоҙҙар атылды,
Көпә-көндөҙ,зәңгәр үҙҙәре.
Күҙҙе ҡамаштырып, тау һыртына
Түшәлде күгәрсен күҙҙәре.
Зәңгәр балаҫ, гүйә, ер өҫтөндә,
Ҡосоп алған яҙҙың наҙҙарын.
Ҡар һыуҙары баҫҡан ер сарсауын,
Тулып ташҡан инде ярҙары.
Күгәрсендәр кеүек гөр килешеп,
Серләшә күгәрсен күҙҙәре.
Сәскәләрҙең дә бар үҙ телдәре,
Беҙ аңлай алмаҫлыҡ һүҙҙәре.
БЕСӘН САБАМ
Яландарҙа ята сапҡан бесән,
Хуш еҫенә күңел иҫерә.
Тәбиғәттең хозур донъяһынан
Оло бер кинәнес кисерәм.
Сапҡан бесән ята бер-бер артлы,
Йәшел таҫма булып теҙелеп.
Сәсен ҡырҡып алған ҙур яланда
Мин йөрөйөм донъя, ай, гиҙеп.
Сут-сут килеп ҡоштар йырын йырлай,
Салғы тауышына ҡушылып.
Ләззәт өҫтәп, йәм һәм йән тултырып,
Тәбиғәттең төпһөҙ бушлығын.
Күбәләктәр оса сәскә һайын,
Шатлана, хисләнә был күңел.
Ҡолас йәйеп, бесән сабыуҙары
Ни әйтһәң дә, үҙе бер ғүмер!
ҠАЙТЫП БАРАМ АУЫЛЫМА
Борма-борма таулы һуҡмаҡтарҙан
Ауылыма ҡайтып барамын.
Арынайым бер аҙ шау-шыуынан,
Йәнле тормошонан ҡаланың.
Һағындырған тыуып-үҫкән ерҙәр,
Тал-тирәкле шишмә буйҙары.
Яланаяҡ саҡтар иҫкә төшә,
Бала саҡҡа ҡайта уйҙарым.
Иҫке ҡойма, изге атай йорто,
Шығырлаған ҡапҡа тауышы...
Алыштыра алмай ауыл йәмен
Шау-гөр килгән ҡала тормошо.
Ауылыма әйҙәй тар һуҡмаҡтар,
Йәшел сиҙәм баҫҡан юлдары.
Ҡайтыр юлым төштө күпкә түгел,
Тик бер аҙға ғына ни бары....
ПАР МЕНДӘРҘӘР
Кистәрен ултырып сигеү сиктем
Пар мендәрҙәремдең тышына.
Әйтерһең дә , болон сәскәләре
Үҫеп сыҡты кеүек ҡышын да.
Пар мендәрҙәр кеүек парлы үтһен,
Бергә үтһен беҙҙең ғүмерҙәр.
Усағымда һүрелмәһен утым,
Әйләнмәһен тормош күмергә.
Аҡ мендәрҙәр ап-аҡ ҡар төҫөндә,
Нағышлап сәскәләр үрәмен.
Болон сәскәләре араһына
Балан емештәрен түгәмен.
Боролмалы, һығылмалы булған
Тормош юлын бергә үтәйек.
Йә булмаһа, пар мендәргә ятып,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәйек.
ЗӘҢГӘР ТОМАН
Зәңгәр томан ауыл өҫтөн ҡаплап,
Иң түренә менеп ултырған.
Ауыл урамдарын, һәр бер өйҙө
Аҡ мамыҡтар менән тултырған.
Борғоланып аҡҡан саф шишмәне
Аҡ таҫмаға ҡушып үргәндәр.
Ауылымды тик бер аҙға ғына,
Аҡ бәхеткә, наҙға күмгәндәр.
Яҡтылығы менән ҡояш нуры
Зәңгәр томандарҙы таратыр.
Таратыр ҙа, бар нурҙары менән
Аҡ таҫманы кире тағатыр.
ЯЛАН СӘСКӘЛӘРЕ
Йәшел болондарға килеп керәм
Ҡаршы ала сәскә урамы.
Сер һөйләйҙәр кеүек әкрен генә,
Минең ҡулдарыма уралып.
Йыйып алдым ялан сәскәләрен,
Көтәм һине,бәлки килерһең.
Гөлләмәгә ҡушып һөйөүемде
Бүләк итеп һиңә бирермен.
Йәшел болондарҙа йөрөйөм мин,
Бәхет сәскәләрен өләшеп.
Йәшлегемә әгәр ҡайтып килһәм,
Туймаҫ инек икәү серләшеп.
ҠАРЛУҒАСЫМ
Ҡарлуғастар килеп ҡунған
Телефон сымдарына.
Йәм өҫтәлде тирә-яҡҡа
Уларҙың сырлауына.
Ҡайттығыҙмы оя ҡорған
Таныш өй ҡыйығына?
Изге эшкә ҡарлуғастар
Тотондо ҡыйыу ғына.
Өсмөйөшлө оя әҙер
Ҡарлуғас йырын йырлай.
Күп тә үтмәҫ был ҡошсоҡтар
Бала сығарыр былай.
Өйөбөҙгә ҡот өҫтәлһен,
Тынмаһын дәртле йырың.
Гел ҡайтып тор, һис онотма
Тоғро дуҫтарың барын.
АТАЙ НИГЕҘЕ
“Әсәй”, “атай” һүҙен ҡабатлайым,
Мең әйтһәм дә, гүйә, әҙ булыр.
Юҡһынамын һеҙҙе, ғәзиздәрем,
Ирекһеҙҙән күңелем тула...
Улар ҡәберенә киләм тағы,
Ҡәбер ташын һыйпап, өндәшәм.
Ярты быуат бергә ғүмер иткән
Атай-әсәй ята йәнәшә.
Ике өйөм - ике ҡәбер ташы
Мәңгелеккә тынып ҡалғандар.
Һағынғанда һеҙҙе иҫкә алып,
Баш эйергә барыр ерем бар.
Ҡәбер ташы кеүек һис бер ваҡыт
Күңелебеҙ ҡаты булмаһын.
Оноторға тейеш түгелбеҙ беҙ
Атай нигеҙенең тупһаһын.
ХЫЯЛЫМДАҒЫ БОЛОТ
Зәңгәр күккә ҡарап ятам
Болоттарҙың аҡҡанын.
Һайлап алдым бер болотто,
Атҡа арба таҡҡанын.
Их, ултырып шул арбаға,
Донъяны гиҙһәң ине!
Болот тулҡынына сумып,
Кинәнеп йөҙһәң ине!
Тамсы булып тамыр инем,
Күкрәп ямғыр яуғанда.
Ҡарҙар бурып яуыр инем
Балаҫ түшәп яланда.
Ул болоттар юҡтыр инде,
Бала саҡ хыялдары.
Зәңгәр күктә йөҙә бары
Аттың ялбыр ялдары...
ЯҢҒЫҘ ҠОШСОҠ
Күбәләкле, сәскәле болонда
Сут-сут килеп ҡоштар серләшә.
Бер бала ҡош моңһоу тауыш менән
Ярҙам һорап, ниҙер өндәшә.
Яңғыҙ ҡалған был бәләкәй ҡошсоҡ,
Кемгә бағыр, кемгә һыйыныр?
Етемлектең әсе һурпаларын
Татыуҙары бигерәк ҡыйындыр.
Яңғыҙ ҡошсоҡ етем бала кеүек,
Кем иркәләр уны, кем наҙлар?
Ҡосағына алып, һөйөрҙәрме,
Әллә батырырҙармы һаҙға?
Йәм тапманы ҡошсоҡ устарымда -
Әсә йылылығы етмәй шул.
Ошо кескәй генә ҡош балаһы
Күҙ алдымдан бер ҙә китмәй шул...
ЗӘҢГӘР ТОМАН
Зәңгәр томан ауыл өҫтөн ҡаплап,
Иң түренә менеп ултырған.
Ауыл урамдарын, һәр бер өйҙө
Аҡ мамыҡтар менән тултырған.
Борғоланып аҡҡан саф шишмәне
Аҡ таҫмаға ҡушып үргәндәр.
Ауылымды тик бер аҙға ғына,
Аҡ бәхеткә,наҙға күмгәндәр.
Яҡтылығы менән ҡояш нуры
Зәңгәр томандарҙы таратыр.
Таратыр ҙа, бар нурҙары менән
Аҡ таҫманы кире тағатыр.
ТОРМОШ КӘМӘҺЕ
Тормош бит ул аға үҙ яйына,
Диңгеҙҙәрҙә йөҙгән кәмәләй.
Бер ҡараһаң, бишектәй бәүелә,
Берсә тулҡын уны бәргәләй.
Шул тормоштоң тәмен татыр өсөн
Ултырабыҙ беҙ ҙә кәмәгә.
Ҡайҙа илтер тормош тулҡындары,
Ни күрһәтер беҙгә иртәгә?
Ҡыйынлыҡтар булыр, зар иларлыҡ,
Ҡайғыһы ла булыр түҙерлек.
Барыһын да еңеп сығып була,
Хоҙай бирһен генә түҙемлек.
Фирүзә ЙӘНГИРОВА.
Мораҡ ауылы.
Фото ғаилә архивынан алынды.