Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Июль 2025, 11:55

Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре башланды!

30 июндән Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ике йылға ябылды. Ошо ваҡыт арауығында Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияланасаҡ. 1967 йылда скульптор Сосланбәк Тавасиев тарафынан төҙөлгән һәйкәл 57 йыл эсендә туҙған, авария хәленә еткән. Әгәр уны тиҙ арала реставрацияламаһаң, уның бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Федераль кимәлдәге эксперттар һәйкәлде ныҡлап тикшергәндән һуң, уны урынынан алып төҙөкләндерергә тигән ҡарар сығарҙы. Шулай уҡ бер юлы һәйкәл торған майҙан һәм уның янындағы фонтан да ремонтланасаҡ.

Шулай итеп, Салауат Юлаев майҙаны ябылды, унда үтеү мөмкин түгел. Һәйкәлгә килгәндә, ул әлегә урынында тора, төҙөүселәр әҙерлек этабын башҡарып бөткәс, сентябрҙә һәйкәл урынынан алынып, оҫтаханаға төҙөкләндереүгә алып кителә, сөнки уны урынында ремонтлау техник яҡтан мөмкин түгел.

 Был эштәрҙең мөһимлеген һәм кәрәклеген аңлатыу өсөн Милли музейҙа журналистар өсөн брифинг үтә. Билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов Салауат Юлаевтың башҡорт халҡы һәм тотош Башҡортостан өсөн әһәмиәте тураһында һөйләй. Уның исемен, образын мәңгеләштәреү өсөн башҡарылған эштәрҙе һанап сыға һәм һәйкәлдең халыҡ өсөн ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлата.

Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин иһә эштәрҙең техник яғы тураһында һөйләй. Ул, йәмәғәтселектең проектҡа ҙур иғтибар бүлеүе менән бәйле, ведомствола махсус Күҙәтеү советы булдырылыуы, уға сәнғәт буйынса ғына түгел, геология, геодезия һәм металл ғилеме буйынса эксперттар ҙа инеүе тураһында әйтә. Уларға эштәр барышы тураһында халыҡҡа хәбәр итеп тороу миссияһы йөкмәтелә.

 Дөйөм алғанда, һәйкәлде реконструкциялау 2027 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк, яңыртылған комплекс үҙенең 60 йыллығына асылырға тейеш.

 Алдан хәбәр ителгәнсә, эштәр бөтәһе өс этапҡа билдәләнгән. Беренсеһе, әҙерлек: майҙанды кәртәләү, төҙөлөш ҡаласығын әҙерләү, ауыр техника үтеүен тәьмин итеү. Сентябрҙә монументҡа 60 тонна йөк күтәреүсәнлектәге кран килә һәм уны постаменттан төшөрә.

Икенсе, төп этап: һәйкәлде, пьедестал һәм ҡурғанды реставрациялау, шулай уҡ фонтанды реконструкциялау. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тап торбаларҙан һыу ағып сығыу арҡаһында һәйкәл торған өйөм ултыра башлаған.

 Скульптура цехта реставрацияланасаҡ. Коррозия менән зарарланған каркас тулыһынса алмаштырыласаҡ, ә Салауат үҙе һәм аты фигуралары йыйылған суйын пластиналар полимер материалдар менән эшкәртеләсәк, улар һәйкәлде төп емергестәрҙән — елдән һәм ультрафиолет нурланыштан һаҡлаясаҡ.

 – Һәйкәлде ҡуйыу өсөн иҫ китмәле матур һәм дөрөҫ урын һайланған. Ләкин ул миҙгелдең төрлө ваҡытында ел-дауыл менән көрәшә. Тәүҙә уны ҡала үҙәгенә ҡуйырға тигән тәҡдим дә булған, һәм ул саҡта ул тәбиғәт факторҙарының көслө йоғонтоһона дусар булмаҫ ине. Әммә Тавасиев быға ҡырҡа ҡаршы була. Ул үҙенең ижадын Ағиҙел буйында ғына күрә. Быны тормошҡа ашырыу еңел булмай — халыҡты күсерергә һәм йорттарҙы һүтергә тура килә, әммә һәйкәл бөгөн иң уңышлы урында тора, — тине Салауат Ҡолбахтин.

 Һәйкәлде 2027 йылдың апрелендә урынына ҡайтарыу планлаштырыла. Өсөнсө, һуңғы этап шунда башлана ла инде: 2027 йылдың апреленән сентябренә тиклем. Был осорҙа тирә-яҡ биләмә төҙөкләндерәсәк. Проекттың хаҡы дөйөм алғанда 300 миллион һумға баһалана. Артабан һәйкәл реставрацияһыҙ тағы 60 йыл тора алыр тип күҙаллана.

 "Реконструкция сифаты тураһында борсолорға кәрәкмәй, ул профессионалдарға ышанып тапшырыла. Ҡануниәткә ярашлы, федераль әһәмиәттәге һәйкәл, үҙгәрештәргә дусар ителмәй. Бер ниндәй ҙә яңылыҡ булыуы мөмкин түгел. Бөтә иғтибар юғалған пропорцияларҙы һәм элементтарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән", - тине Салауат Ҡолбахтин.

“Башҡортостан” гәзитенән.

 

Автор:
Читайте нас