Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
1 Июля 2025, 10:06

Гөрләне, Ҡанаҡас, гөрләне!

Изге Күгәрсен еренең күркәм тәбиғәтле бер мөйөшөндә ҙур булмаған, әммә күркәмлеге менән оло юлға йәм биреп ултырған Ҡанаҡас тигән бик матур ауыл бар.   Уҙған аҙнала бында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ла туған-тыумасалар, ырыуҙаштар, ауылдаштарҙы бергә тупланы, осрашыуҙарға, йылы һүҙҙәргә, йыр-моңға һәм һый-ниғмәткә бай булды.

Байрамдың оло ҡунаҡтарын йола буйынса сәк-сәк һәм ҡымыҙ, йыр-моң менән ҡаршы алдылар. Ҡанаҡастар һәм тирә-яҡтан йыйылған оло ҡорға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илүзә Ниғәмәтуллина һәм башҡалар килгәйне.

 Борондан бер ғаиләләй татыу йәшәгән төбәктә һәр ҡайһыһы ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алды. Йорт-ҡаралтылар ипкә-һапҡа килтерелгән, аҡланған, буялған, уңғандар баҡса тултырып йәшелсәләр сәскән, ихаталарын гөл-сәскәгә күмгән.

 Ошо уҡ көндө бында әһәмиәтле сара булды – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә обелиск асылды.

 Ҡунаҡтар урам буйлап үтеп, бында йәшәүсе егәрле һәм тырыш халыҡ менән танышҡас, сәхнә эргәһенә йыйылды. Тырышып донъя көтөүселәрҙе, үҙ йорттарын гөл-сәскәләй итеп тотоусыларҙы, иң-иңдәрҙе тәбрикләүҙәр йыр-моңдар менән үрелеп барҙы.

 Наилә менән Әнүәр Байғазаковтар лайыҡлы ул, махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусы яугир тәрбиәләнгәндәре; Зәйтүнә Ғүмәрова менән Зилә Насирова байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн  район хакимиәтенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

 Әнүәр Байғазаков, Аҫылгәрәй Ҡужамғололов һәм Фәниә Вәлидоваларға байрамды ойоштороуҙағы әүҙемлектәре өсөн Мораҡ ауыл биләмәһенең рәхмәт хаттары тапшырылды.

 Айытҡолова Миңлекамал Мөхәмәтбаҡый ҡыҙы ауылдың иң оло кешеһе булараҡ билдәләнде.

 Зөлфирә Әхмәҙулла ҡыҙы менән Фәнис Ғиниәт улы Әбдрәхимовтар, Нурия Хәлис ҡыҙы менән Зинәт Ғибәт улы Исхаҡовтар, Нажия Вәлиулла ҡыҙы менән  Мансур Рафиҡ улы йорт-ихаталарын өлгөлө итеп тотҡаны өсөн бүләкләнде.  

 Венера Барый ҡыҙы менән Кәрим Сөләймән улы Сәфәрғәлиндар, Гөлнара Наил ҡыҙы менән Рәсүл Рафиҡ улы Әбделмәновтар мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән ныҡлы һәм татыу ғаиләләре өсөн рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.          

Туған-тыумаса, ҡәрҙәштәр, ауылдаштар, дуҫтар, төбәктәштәрҙе йыйып осраштырыусы, берләштереүсе оло байрам Ҡанаҡас ауылы тарихында үҙ урынын табыр, үҙе наҙлап-иркәләп үҫтергән ул-ҡыҙҙарының йөрәгендә яҡты хәтирә булып мәңге һаҡланыр.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас