

Ҡамыры:
2 стакан онға 0.5 сәй ҡалағы сода һалып, ярты стакан шәкәр ҡомона бер йомортҡа ҡушып болғатып, шуны онға ҡушып, 200 грамм сливочный маргарин менән баҫтым.
Эслеге:
Минең бәлеш ҙур булғас күберәк эшләнелде : ике стакандай магазин ҡаймағына ярты стакан шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы ванилин, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы крахмал ҡушып бөтәһен дә яҡшы итеп болғатып, табаға йәйелгән ҡамыр өҫтөнә ҡойолдо. Өҫтөнә ҡарағаттар (башҡа емеш-еләк тә ярай) һибеп сыҡтым. Ҡыҙыу духовкала 45 минут тирәһендә бешереп алдым. Һыуытып ашар кәрәк был бәлеште.
Гөлгөнә Байегетованан.