Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Июнь 2025, 09:30

Хеҙмәттәре хөрмәтле, һәр беребеҙгә кәрәкле

 Бөтә һөнәрҙәр ҙә мөһим. Әммә улар араһында һәр ҡайһыбыҙға бик кәрәк бер хеҙмәт бар: ул да булһа  һаулығыбыҙ һағында тороусы, ауыр саҡта иртәгәһе көнгә өмөт уятыусы медицина эшсәндәре.   Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфө ҡалаһында һәм район мәҙәниәт һарайында тантаналы саралар ойошторолдо, үҙ һөнәренә тоғро булған, үҙ хеҙмәттәрен күңел һалып башҡарған медицина хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.

Хеҙмәттәре хөрмәтле, һәр беребеҙгә кәрәклеХеҙмәттәре хөрмәтле, һәр беребеҙгә кәрәкле
Хеҙмәттәре хөрмәтле, һәр беребеҙгә кәрәкле

 Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала кеше һаулығы һағында торған аҡ халатлыларға БР премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов юғары наградалар тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, маҡтаулы исем алыусылар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа булды. Мораҡ үҙәк район дауаханаһының балалар хирургы Илгиз Аллағужин "Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы" тигән юғары исемгә лайыҡ булды.
***

 Мораҡ үҙәк район дауаханаһы районда иң ҙур һәм иң әүҙем коллективтарҙың береһе, улар бының тап шулай икәнен районда, республика кимәлендә үткән төрлө сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнашып, иҫбатлап тора.  Район мәҙәниәт һарайында уҙған сарала медицина эшсәндәренең уңыш-ҡаҙаныштары менән фойела ҡуйылған күргәҙмәлә танышырға мөмкин булды. 

 Залда ултырыусыларҙы һөнәри байрамдары менән район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Руслан Йәнгиров тәбрикләне:

- Һеҙҙең хеҙмәт ни тиклем мөһим һәм кәрәкле икәнен бер туҡтауһыҙ ҡабатларға мөмкин. Һеҙ бөтәбеҙ өсөн дә иң мөһим әйбер – һаулығыбыҙ һағында тораһығыҙ, пациенттарҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ алаһығыҙ. Тап һеҙгә беҙ үҙебеҙҙең яҡшы кәйеф, хәл-торош, эшкә һәлетлелек өсөн бурыслыбыҙ.

Һаулыҡ һаҡлау ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәт, һөнәрегеҙгә тоғролоҡ, талантығыҙ һәм бай тәжрибәгеҙ күп йылдар дауамында халыҡ мәнфәғәтенә тоғро хеҙмәт итте. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарғанығыҙ, изге йөрәгегеҙ һәм шифалы ҡулдарығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тип билдәләне Руслан Наил улы һәм намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарын, рәхмәт хаттарын (исемлек айырым бирелә) тапшырҙы.

  Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы:

- Бөгөн беҙ ғүмерҙәрен кеше һаулығын һаҡлауға бағышлағандарҙың байрамын тантаналы рәүештә билдәләйбеҙ һәм уларға хеҙмәттәре өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре ваҡыт ҡуйған яңы һынауҙар - коронавирус пандемияһы һәм махсус хәрби операция менән осрашты.  Әлеге мәлдә беҙҙең коллегалар алғы һыҙыҡта тыуған ил һағына баҫҡан яугирҙарҙы ҡотҡара, - тине Наил Рафаил улы. – Беҙҙең эшмәкәрлектә һәр бер белгестең эше мөһим. Учреждениеның төп күрһәткестәре күп йылдар дауамында тотороҡло булып ҡала килә. Быға бөтә персонал һәм хеҙмәттәрҙең үҙ-ара аңлашып эшләүе һөҙөмтәһендә ирешелә. БР Хөкүмәте һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте тарафынан беренсел звеноның матди-техник базаһын нығытыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға һәм медицина ярҙамын күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтбар бүленә. Быйыл 5 яңы модулле ФАП урынлаштырыу планлаштырыла, яңы белгестәрҙең, шул иҫәптән йүнәлтмә буйынса дүрт белгестең килеүе көтөлә, - тине ул һәм коллегаларын һөнәри байрам менән ҡотлап, эштә уңыштарға өлгәшкән бер төркөм эшсәндәргә – Мораҡ үҙәк район дауаханаһының балалар теш табибы Лилиә Иҫәнбирҙинаға, табип-невролог Гүзәл Мәзитоваға, кадрҙар бүлеге начальнигы Рузалия Чурилкинаға, шәфҡәт туташтары Светлана Лаврикова, Татьяна Власова, Илүзә Яхина һәм Айгөл Суҡбаеваларға, Йомағужа ауыл участка дауаханаһы шәфҡәт туташы Флүзә Ғәҙелшинаға, теш технигы Рауил Ҡаразбаевҡа, Исем ауыл табип амбулаторияһы шәфҡәт туташы Гөлсинә Сәлиховаға, Юлдыбай фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Гөлшат Алламоратоваға

Мораҡ үҙәк район дауаханаһының Маҡтау грамоталарын; поликлиника бүлексәһе фельдшеры Гөлиә Мәхмүтоваға, шәфҡәт туташтары Лилиә Ҡаранаева һәм Илүзә Нарбиковаларға, ашығыс ярҙам фельдшерҙары Илгис Һөйәрғолов, Ләлә Брызгалова, Эльвира Хөсәйенова һәм Сәриә Билаловаларға, “Гемодиализ лабораторияһы” йәмғиәтенең Мораҡ бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре: өлкән шәфҡәт туташы Елена Сафронова, шәфҡәт туташтары Елена Туленкова һәм Наталья Анохина, санитарка Гөлсәсәк Аҡкилдиналарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

  Йомағужа дауаханаһы акушеркаһы Гөлназ Дәүләтбирҙина, гинекология бүлексәһе акушеркаһы Гөлзада Хәсәнова, йыйыштырыусылар Миңлегөл Ишемова, Наталья Копылова, Ләйсән Килсенбаева, Рәзилә Әлибаева, хирургия бүлексәһе шәфҡәт туташы Лидия Болдырева, электр менән иретеп йәбештереүсе Евгений Сарапкин, водитель Евгений Климов һәм Руслан Ҡаразбаевтар иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.

 

 Артабан һүҙ урындағы профсоюз бүлексәһен етәкләүсе Сабина Гулуеваға бирелде, ул да хеҙмәттәштәренә иң изге теләктәрен юллап, иң әүҙемдәрҙе – Мораҡ үҙәк район дауаханаһының табип-педиатры Гөлназ Әбдрәхимова, һатып алыуҙар буйынса белгес Алина Мырҙабаева, механик Илдар Яугилдин, реанимация бүлексәһе шәфҡәт туташы-анестезист Лениза Рамазанова, Түләбай ФАП-ы фельдшеры Миңлегөл Ибраһимова, Йомағужа дауаханаһы өлкән шәфҡәт туташы Алиса Аҡбаева, Ибраһим ФАП-ы фельдшеры Зифа Сабашева, участка табип-терапевты Әлиә Ғәббәсова, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы Галина Бойко һәм Туйөмбәт ФАП-ы фельдшеры Эльвира Йәрмөхәмәтоваларҙы республика профсоюз ойошмаһының маҡтау грамоталары менән билдәләне.   

 Байрам алдынан фотолар конкурсы иғлан ителгән булған, уларҙың еңеүселәре лә бүләктәрен алып ҡыуанды. “Эш процесының уңышлы кадры” номинацияһында Түләбай ФАП-ы фельдшеры Миңлегөл Ибраһимова, “Үҙ тарихының төп геройы”нда – участка шәфҡәт туташы Гөлсөм Әминева, “Иң күңелле атмосфера”ла – хирургия бүлексәһе, “Иң яҡшы медицина интерьеры”ндп – поликлиника бүлексәһенең ренгент-кабинеты, “Иң яҡшы медицина йылмайыуы”нда гинекология бүлексәһе бүләкләнде.

 Сараны район мәҙәниәт һарайы артистарының, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Әлфиә Аҡкилдинаның йыр-моңдары биҙәне.

 Хеҙмәттәре менән хөрмәтлеләр. Үтә яуаплы ла, ҡатмарлы ла ошо һөнәрҙе һайлаусы аҡ халатлыларыбыҙға рәхмәтебеҙ һәм хөрмәтебеҙ сикһеҙ.

 

Ҡотлайбыҙ!

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” түш билдәһенә лайыҡ булды:

- Шәрипов Искәндәр Фәнил улы, Мораҡ үҙәк район дауаханаһының функциональ диагностика табибы.

 

Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде:

- Васильева Римма Ринат ҡыҙы, неврология бүлексәһе мөдире, табип-невролог.

 

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Рәхмәте белдерелде:

- Рафиҡова Флүзә Миҙхәт ҡыҙына, Ерекле фелдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.

 

Район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:

- Егорова Светлана Сергеевна, табип-эпидемиолог;

- Рауилов Булат Балдандоржиевич, рентгенолог;

- Суракова Румия Рәмил ҡыҙы, педиатрия бүлексәһенең шәфҡәт туташы;

- Заманова Рәйсә Мәхмүт ҡыҙы, терапия бүлексәһенең шәфҡәт туташы;

- Ҡотлобаева Миләүшә Фәнис ҡыҙы, Мәҡсүт ауыл табип амбулаторияһы фельдшеры;

- Сабанчина Гүзәл Ҡорбан ҡыҙы, Ялсы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.

 

Район хакимиәтенең Рәхмәте белдерелде:

- Маликов Ришат Фәрүәз улына, табип-стоматолог-ортопед;

- Михайлова Эльза Фаил ҡыҙына, табип-лаборант;

- Халиҡова Лилиә Рәмил ҡыҙына, табип- акушер-гинеколог;

- Усманова Земфира Факил ҡыҙына, хирургия бүлексәһенең шәфҡәт туташы;

- Байбулатова Миләүшә Роберт ҡыҙына, медицина теркәүсеһе;

-Уразаева Анастасия Викторовнаға, Исем ауыл табип амбулаторияһы акушеркаһы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас