Республика етәксеһе Радий Фәрит улы үҙенең сығышында география уҡытыусыларының уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа һөйөү формалаштырыуҙары һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тыуҙырыу теләген тыуҙырыуҙарын билдәләне.
– Беҙҙең идарасы команданың стратегик йүнәлештәренең береһе – Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын һәм матурлығын республикабыҙ һәм Рәсәй, башҡа дәүләттәр халҡы өсөн асыу. Шуға күрә туристик инфраструктураны әүҙем үҫтерәбеҙ. Әгәр һеҙ, педагогтар, “интеллектуаль юл” һалмаһағыҙ һәм төбәккә ҡыҙыҡһыныу уятмаһағыҙ, бурысты үтәп сығыу ауырыраҡ булыр. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға һәм уларҙы ҡарарға әҙермен, - тине төбәк етәксеһе.
Аҙаҡ Радий Хәбиров педагогтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уҡытыусылар республика муниципалитеттарында, юғары уҡыу йорттары уҡыусыларын да йәлеп итеп, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында география уҡытыусыларының слеттарын үткәреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Осрашыу аҙағында ул педагогтарға йөкмәткеле диалог өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бындай мөһим аралашыуҙың даими нигеҙҙә дауам итеүенә ышаныс белдерҙе. Башҡортостан Башлығы “Рус география йәмғиәте шишмәләре” проектында ҡатнашыусыларға – ойошманың урындағы бүлексәләренә шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә сертификаттар һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.
- Сара бик фәһемле булды. Бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ, тәжрибәле уҡытыусыларҙы тыңланыҡ, мастер-кластарҙа, төрлө сараларҙа һәм слеттың практик лабораторияларында ҡатнаштыҡ. Слетта алған белем һәм тәжрибәне эшебеҙҙә ҡулланасаҡбыҙ тип дәртләнеп ҡайттыҡ, - тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлиә Хәлил ҡыҙы Ғәббәсова.