

Ҙур талант эйәһе бала саҡтан һүрәт төшөрөргә, ағастан юнып теләһә нимә эшләргә әүәҫ була. Был һәләт уға яҙмала телгә алған ата-бабаларынан, тамырҙарынан уҡ һалына һәм үҫә төшкәс яратҡан һөнәренә, тормош мәғәнәһенә әүерелә. Хаҡлы ялда ла был шөғөлдәре ваҡытты бушҡа сарыф итмәйенсә көндө мәнфәғәтле үткәреү һәм пенсияға ҡуш булһын тип табыш индереү ысулы булып тора; ә иң мөһиме – ҡәҙимге ауыл тормошона йән өрә, йәм өҫтәй, йәненә дауа бирә.
Мирхәт Әсҡәт улы үҙе лә йәшлек йәре, рухи терәге Рәмилә Нурмөхәмәтова менән матур итеп донъя көтөп, ишле мал аҫрап, егәрлелектәре, күркәм булмыштары менән Волостновка ауылына йәм биреп йәшәйҙәр.
Мирхәт Әбдрәхимов республикабыҙ халҡына ил ағаһын үҫтергән Тәүәкән ауылында ишле ғаиләлә 1955 йылдың 10 ноябрендә яҡты донъяға килгән. Тыуған ауылында алты класс белем алғас, етенсе класҡа Өфө ҡалаһына республика-художество мәктәп-интернатына (хәҙерге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге мәктәп) уҡырға бара. 10-сы класты тамамлап ауылға ҡайтҡас, армияға киткәнсе “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында эшләп елкә нығыта. Ватан алдындағы изге бурысын ике йыл Төркмәнстанда мотоуҡсылар ғәскәрендә үтәй.
Армиянан һуң белемгә ынтылышлы егет Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге университет) художество-графика факультетына уҡырға инә. Үҙ талантын үҫмер сағында уҡ һөнәри йүнәлештәге мәктәп-интернатта шымартҡан Мирхәткә юғары белем еңел бирелә. Бында черчение, һүрәт төшөрөү, хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыларын әҙерләүгә төп иғтибар бүленә.
1981 йылда ҡулына диплом алғас, ҙур хеҙмәт юлын Теләүембәт урта мәктәбендә башлай һәм ике йыл дауамында һүрәт төшөрөү, хеҙмәт, черчение дәрестәренән уҡыта. Йәш, инициативалы, әүҙем мәғариф эшсәнен райкомда тиҙ күреп алалар. Тәүҙә Максим Горький колхозында партком секретаре булып эшләй, артабан район комитеты обкомы ағзаһы булараҡ яуаплы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Йылдар үткәс, партия эшен күптәр тәнҡитләргә күнегеп алһа ла, халыҡты эшһеҙ тотмау, хеҙмәт кешеһен данлау һәм уға хөрмәт күрһәтеү, ауыл хужалығын үҫтереү, йәштәр араһында спорт, һау-сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса уның роле баһалап бөткөһөҙ булды. Халыҡ мәнфәғәте өсөн башҡарылған эштәргә Мирхәт Әсҡәт улы ла заманында тос өлөш индерә. Әлбиттә, тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Волостновка ауылынан колхоз тырыш ғаиләгә өй бирә. Артабан Әбдрәхимовтар уны төҙөкләндереп, донъяларын матурлап ала.
Партия бөтөп, берҙәм илебеҙ тарҡалғас, Мирхәт Әбдрәхимов Волостновка ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. 2000 йылға тиклем иңдәрендә ауыл хакимиәте башлығы кеүек яуаплы вазифа йөкмәп, артабан Волостновка ауылы мәктәбендә үҙ һөнәре буйынса эшен дауам итә. Черчение, технологиянан тыш төрлө йылдарҙа йәмғиәтте өйрәнеү, Башҡортостан мәҙәниәте, иҡтисад фәндәренән дә балаларға төплө белем бирә. Алтын ҡуллы остаздары өлгөһөндә тәрбиәләнгән уҡыусылар район ғына түгел, республика кимәлендә призлы урындар яулай. Ғөмүмән, ауыл малайҙарын балта тоторға, ағас юнырға өйрәтеп, уларҙы ҙур тормошҡа әҙерләүҙә технология уҡытыусыларының роле баһалап бөткөһөҙ. Мирхәт Әсҡәт улы ла был юҫыҡта тынғыһыҙ хеҙмәт күрһәтеп, 2016 йылда лайыҡлы хаҡлы ялына сыға.
Ошо урында икенсе яртыһы, ғүмерлек тормош юлдашы – Рәмилә Нурмөхәмәт ҡыҙының шул уҡ Волостновка мәктәбендә ҡыҙҙар өсөн хеҙмәт (яңыса - технология) дәрестәрен алып барып, үҙ өлгөһөндә тилбер ҡуллы, тегенергә һәм бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә оҫта хужабикәләр әҙерләүен билдәләп үтке килә.
Сабыр күңелле, тормошҡа яҡты ҡарашлы, егәрле заттан ул Рәмилә Нурмөхәмәт ҡыҙы. Бер үк һөнәрҙе һайлап, бер үк мәктәп-интернатта белем алған йәштәр институтта уҡыған саҡтарында бер-береһен табыша. Ә 4-се курста ҡауышып, бергәләп юғары уҡыу йортон тамамлап ҡулдарына диплом алалар. Һәм шунан бирле улар гел бергә.
Яҙмыштарын Волостновка ауылы менән бәйләгәс, Рәмилә Нурмөхәмәт ҡыҙы мәктәптә 10 йылдан артыҡ директор вазифаһын ҙур намыҫ менән башҡара. Етәксе булараҡ һәм тормош иптәшенә иңен ҡуйыу маҡсатынан тынғыһыҙ затҡа йәмәғәт эштәрен ойошторорға ла тура килә. Белем усағында иң тәүгеләрҙән булып улар музей асыуға ирешә. Мирхәт Әсҡәт улының хеҙмәт емештәре әле булһа Волостновка ауылы мәктәбе музейының сағыу биҙәктәре булып тора (ауыл яҙмышы өсөн йән атып тороусы әлеге мәктәп директоры Рәсимә Варнавскаяның да үҙ таланттарына, тарихи ҡомартҡыларға ихтирамлы, һаҡсыл ҡарашта булыуын билдәләп үтке килә).
Һәр яҡлап һәләтле һөнәр эйәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә аҙаҡ технологияны уҡытып, лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеп, нисәмә быуын ҡыҙҙарын ҡул эштәренә өйрәтә, аҡыллы кәңәштәре менән дә тормош тәжрибәһе бирә.
Рәмилә менән Мирхәт Әбдрәхимовтар үҙҙәре лә өс баланың хәстәрлекле әсә-атаһы. Тынғыһыҙ хеҙмәт юлында улар өсөһөнә лә матур тәрбиә биргән, йөрәк парәләренә лайыҡлы белем алырға ярҙам иткән.
Иң өлкәне – Ләйсән ҡәҙерле ата-әсәһенең юлын дауам итеп, улар уҡыған юғары белем алыу йортон тамамлаған. Һәләтле рәссам үҙе яҙған картиналар менән баш ҡалала ҙур күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Матур ғаиләһе, наҙлыҡай ике ҡыҙы һәм игелекле ата-әсәһе һәләтле гүзәл зат өсөн ныҡлы рухи терәк. Уртансыһы – Радмир ҙа юғары белемле, Өфө ҡалаһында үҙ юлын, үҙ һөнәрен тапҡан; сәскәләй бер ҡыҙҙың һөйөклө атаһы. Кинйәләре – Нәркәс Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алған, үҙ бәхетен, яратҡан һөнәрен тапҡан; әлеге ваҡытта улы менән декрет ялында.
- Өс ейәнсәрҙән һуң Нәркәсебеҙ “ҡамыр батырын” алып ҡайтҡас, тормошобоҙға йәм өҫтәлде. Атаһы вахтала саҡта сабый беҙҙә, уға иҙрәп, уның менән уйнап-көлөп тағы ла йәшәрәбеҙ, - тип көлә ихлас күңелдән бәхетле өләсәй менән олатай.
Бына ҡайҙа икән уларҙың илһам сығанағы! Ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, ауыл уңғандары емертеп донъя көтә, ишле мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Егәрле хужабикәнең баҡсала ҡыяры ла күптән өлгөргән, өҫтәлендә – ҡояштай майы, ҡаймаҡ-ҡорото... Ә таһыллы ғаилә башлығы мең донъя мәшәҡәте өҫтөндә яратҡан эшен ташламай – семәрле һандыҡтар, өҫтәл-ултырғыстар һәм башҡа йорт кәрәк-яраҡтары эшләй, картина, портреттар яҙа, батырҙар рухын, мәңгелек хәтерҙе тергеҙә...
Эстетик зауыҡлы, бай рухи донъялы Мирхәт Әсҡәт улына һәм уның ҙур, татыу ғаиләһенә үҙе яҙған картиналарҙың да, ғаилә һәм тормош күгенең дә күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ асыҡ буяуҙарҙан ғына балҡыуын теләге килә.