Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Июнь 2025, 11:35

“Күгәрсен районында уҙған сараға ҙур теләк менән килдек...”

“Күгәрсен районында уҙған сараға ҙур теләк менән килдек”, - ти Саҡмағош районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Йәүҙәт ҡыҙы Вәлиева.

“Күгәрсен районында уҙған сараға ҙур теләк менән килдек...”“Күгәрсен районында уҙған сараға ҙур теләк менән килдек...”
“Күгәрсен районында уҙған сараға ҙур теләк менән килдек...”

 Быға тиклем “Мораҙымдың моңло хазинаһы” фестивалендә район таланттары ғына ҡатнашһа, хәҙер ул республика кимәленә күтәрелеп, халыҡ ижады фестиваленә әйләнде. Быйыл был сарала республикабыҙҙың төрлө райондарынан тыш, Ырымбур өлкәһенән килгәндәр ҙә ҡатнашты.

 Саҡмағош районының таланттарын – “Әхирәттәр” фольклор төркөмөн (етәксеһе – Ләйсән Йәләева)  алып килгән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Йәүҙәт ҡыҙы Вәлиева: “Күгәрсен районында уҙған сараға ҙур теләк менән килдек”, -ти. Улар бик уңышлы сығыш яһанылар.

 Әйткәндәй, саҡмағоштар ҡуйған “Татар ихатаһы” күргәҙмәһе барыһына ла бик оҡшаны.

 Фестивалдә биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәләре ойошторолдо. Федоровка районынан Айрат Мирхәт улы Моратшин ағастан эшләнгән һауыт-һаба, уйынсыҡтар, Әбйәлил районынан Гөлнара Сафина балсыҡтан эшләнгән милли кейемдәге ҡурсаҡтар, һындар, Урал Хөснуллин ҡурай, Әминә Әҙелғужина мосолман әйберҙәре, Нилә Сафина милли биҙәкле футболкалар, Асия апай Ғәйнуллина милли биҙәк һалынған ҡаралтылар, сумкалар, биҙәүестәр, Гөлназ Сәйетбатталова этностилдәге биҙәүестәр, Зифа апай Байменова сәйләндән эшләнгән муйынсаҡтар, һаҡал (селтәр), Салауат ҡалаһынан Нурия апай заманса алҡа-йөҙөктәр, беләҙектәр һ.б. тәҡдим итте.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас