Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2025, 09:50

Йәштәр юл-транспорт ваҡиғаһына осрап үлгән

Бәхетле ғаилә дуҫтарының туйынан һуң М-5 трассаһы буйлап Златоустҡа ҡайтып килгән булған

Йәштәр М-5 трассаһында юл-транспорт ваҡиғаһына осрап үлгән, улар ярты йыл элек өйләнешкән.

26 йәшлек Илья менән 22 йәшлек Лера Ноздрин ярты йыл элек кенә өйләнешергә өлгөргән. Күптән түгел Лера дуҫтарына үҙенең ғаиләһендә ни тиклем бәхетле булыуын, ире уны яратыуын йылы итеп һөйләгән булған.

Ошо көндәрҙә бәхетле йәш ғаилә дуҫтарының туйынан һуң М-5 трассаһы буйлап Златоустҡа ҡайтып килгән. Әммә трассала юлдың ҡаршы яғынан ҡыуып барған уйһыҙ водитель тулы тиҙлектә уларҙың машинаһына барып бәрелгән. Йәштәр бәрелеүҙән ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.

Барыһы ла уларҙы матур һәм бәхетле пар тип хәтерләй. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас