Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2025, 08:50

Бәләкәй ауылдың оло байрамы

Тыуып үҫеп, тәпәй баҫҡан атай йортонан да ҡәҙерлерәк ер юҡтыр. Яҙмыш еле кешене ҡайҙа ғына ташламаһын,  уның өсөн тыуған ауылы иң ҡәҙерлеһе булып ҡала. Йәй - ҡыҙыу эш мәле булһа ла, халҡыбыҙ эшкә лә, байрам-осрашыуҙарға ла ваҡыт таба. 14 июндә йәмле Иртөбәк йылғаһы буйында ултырған күркәм Аралбай халҡы ауылға нигеҙ һалыныуға 250 йыл тулыу уңайынан ошо изге ерҙә тыуып үҫкән ул-ҡыҙҙарын оло байрамға йыйҙы.

Бәләкәй ауылдың оло байрамыБәләкәй ауылдың оло байрамы
Бәләкәй ауылдың оло байрамы

Аралбай ауылына 1775 йылда нигеҙ һалынған. Ул йәмле Иртөбәк йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Ауыл старшина Аралбай Яманаевтың исемен йөрөтә. Ваҡытында ул бик билдәле кеше булған, 5 ул үҫтергән.
XIX быуат башында ауылда 20 йортта 74 ир-ат, 66 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнһә, 1920 йылда 54 йортта 242 кеше йәшәгән.
Бөгөнгө көндә ауылда 41 йортта 101 кеше йәшәй,
шуларҙың 20-һе - 18 йәшкә тиклемге балалар. Ауыл халҡының күбеһе - пенсия йәшендәгеләр, йәштәр ҙә етәрлек.

 Ауылда йәшәүсе һәр кем тырышып донъя көтә: кемдер мал аҫрай,кемдер ҡырға йөрөп эшләй. Аралбайға күптән инде газ индерелгән, һәр кемдең урамында ҡойо бар, мөмкинселектәре булғандар һыуҙы өйҙәренә үткәргән.
 Ауылда халыҡты берләштереп, уларға рухи ял, күңел күтәренкелеге биреп тороусы мәҙәни усаҡ, халыҡтың сәләмәтлеге һағында тороусы медпункт бар, 2021 йылда ауылға иман нурҙары сәсеп тороусы өр яңы мәсет үҙ ишектәрен асты.

 Аралбайҙар үҙҙәренең билдәле шәхестәре – юридик фәндәр кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы, оҙаҡ йылдар БДУ-ның Хоҡуҡ институтында кафедра мөдире вазифаһын башҡарған Таһир Исҡужин, РФ-ның почетлы төҙөүсеһе Сәғәҙәт Исҡужин, БР һәм РФ-ның мәғариф алдынғыһы, Бөрө педагогия университеты деканы булып эшләгән Тимербай Исхаҡов, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты, Коммунистар партияһы лидеры Юнир Ҡотлоғужин, шашка буйынса донъя, Европа, ил чемпионы, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, яҙыусы, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, күп һанлы китаптар авторы Хәбир Дауытовтар һәм башҡалар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.   

 Байрам ауыл осонда ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, һыуһын ҡандырырлыҡ ҡымыҙ, йыр-моң менән ҡаршылауҙан башланып китте. Артабан бөтә халыҡ Иртөбәктең һул ярында ҡуйылған сәхнә янына йыйылды.

Аралбай ауылы халҡын район Советы секретары Руслан Әхмәров күркәм байрам менән тәбрикләне, район етәксеһе Марат Сәлим улы Исҡужиндың сәләмдәрен еткерҙе. 

 Юнир Ҡотлоғужиндың да яҡташтарына әйтер һүҙҙәре, теләктәре күп ине. Ул тыуған ауылына һәр саҡ ашҡынып ҡайтыуын, элек-электән Аралбайҙа егәрле, эшһөйәр кешеләр йәшәүен билдәләне.

 Байрам барышында ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин булды, балалар өсөн уйындар ҙа үткәрелде.
 Район мәҙәниәт һарайы йондоҙҙары Ләйсән Мәүлетҡолова, Ришат Бәҙретдинов, Ғәлим Кинйәбулатов, Зөлфиә Илмөхәмәтова, Йомағужа мәҙәниәт йорто артистары һәм һәүәҫкәрҙәре тәҡдим иткән матур йөкмәткеле концерт һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ошо ауылда тыуып үҫкән Артур Янбаев дәртле йыр-моңдарын бүләк итте, Тәнзилә менән Юнир Исҡужиндарҙың ейәне Әмирҙең һалдаттар тураһында йыры береһен дә битараф ҡалдырманы. Кискеһен ошо уҡ яланда йәштәр өсөн күңелле дискотека ойошторолдо.

 Июнь айының йәмле бер көнөндә тыуған ауылына ҡайтып, туғандары менән күрешеп, осрашыуҙан көс алып таралышты халыҡ.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас