

Ғалим-тарихсы, Ҡыпсаҡ ырыуы ҡоро башлығы Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов билдәле шағирә Гөлназ Ҡотоеваның саҡырыуын ҡабул итеп, “Изгелек подписка”һына ҡушылды һәм республика баҫмаһына яҙылды, бер рәттән Бикеш ауыл клубына “МОРАҘЫМ” гәзитен яҙҙырҙы. Тимәк, киләһе ярты йыллыҡта Бикеш һәм Сәйетҡол ауылы халҡы мәҙәниәт усағына килгән гәзитебеҙҙе уҡып кинәнәсәк. Әхәт Ғөбәй улы эстафетаны артабан Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталовҡа тапшырҙы. Ул яҙҙырған республика һәм район гәзиттәрен һуғыш балаһы Зәлифә Хәмиҙулла ҡыҙы уҡып кинәнәсәк. Рөстәм Миңғәли улы иһә үҙ сиратында был бик әһәмиәтле, күркәм эстафетаны Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рәил Рамаҙан улы Әбдрәхимовҡа тапшырҙы. Ҡәҙерле дуҫтар, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яҡындарығыҙға, дуҫтар-таныштарығыҙға, оло йәштәге ауылдаштарығыҙға нимә бүләк итергә тип башығыҙҙы ҡатырғансы, тотоғоҙ ҙа гәзиткә яҙылыу бүләк итегеҙ! Был ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ шәп бүләк буласаҡ!