Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Июнь 2025, 10:35

Услап дарыу ашағансы, үләндәрҙең файҙаһын күр

Дауа – аяҡ аҫтында, тиҙәр. Ысынлап та, услап-услап дарыу ашаһаҡ та, ялан-болондарҙа үҫкән күп үләндәрҙе ҡулланырға ашыҡмайбыҙ.  Әлеге мәлдә ялан-ҡырҙарҙа ап-аҡ булып сәскә атҡан еркәүек (таволга) үләненең файҙаһын күптәр белмәйҙер ҙә әле.

Үҫемлек борон-борондан халыҡ медицинаһында ҡулланылған. Дарыу маҡсатында үҫемлектең бөтә өлөштәрен — үлән, сәскәләр һәм тамырҙарҙы ҡулланалар.

Үлән төнәтмәһен һалҡын тейеү һәм ревматик ауыртыуҙар ваҡытында ҡулланалар. Тамырын төнәтеп, организмдың хәлен дөйөм нығытыу, бәүел ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланалар. Сәскәләренең төнәтмәһе водянканан, ревматизмдан һәм подагранан һаҡланыуҙың һыналған сараһы булараҡ баһалана.  Үлән йәки тамыр төнәтмәһенән артрит йәки ревматизм менән зарарланған быуындарға компресс яһайҙар. Үлән төнәтмәһе бактерияларға ҡаршы тәьҫир итә һәм аяҡтағы трофик сей яраларҙы, башҡа яраларҙы һәм бешкән урындарҙы эпителизациялауға булышлыҡ итә һәм иртә дауалау сараһы булараҡ ҡулланыла ала.

Сәскәләрҙең төнәтмәһе ҡан тамырҙарын нығытыу, шешеүгә ҡаршы, сей яраға ҡаршы, стресс-протектив үҙенсәлектәргә эйә.

Сәскәләре һәм япраҡтары ҡайһы берҙә сәйҙе алмаштыра.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас