Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Июнь 2025, 09:20

Колорадо ҡуңғыҙынан ҡотолорға теләһәгеҙ

Колорадо ҡуңғыҙынан ҡотолорға теләһәгеҙ, ябай ғына халыҡ ысулын ҡулланып ҡарағыҙ.

Беҙҙең халыҡта картуф күптән икенсе икмәк урынында инде. Күптәр орлоҡҡа тигән картуфты ла махсус препараттар менән эшкәртеп сәсә. Бәғзеләр йәй дауамында бер нисә тапҡыр картуфлыҡтарында шундай уҡ "дарыуҙар" ҡуллана. Кемдер картуф шытыу менән ҡуңғыҙҙарҙы сүпләй башлай.
Тәбиғи яҡтан таҙа һәм файҙалы картуф үҫтергегеҙ килһә ябай халыҡ ысулын ҡулланып ҡарағыҙ.
Бер ҡап ҡоро гәрсис(горчичный) порошогын һәм 50 г кер(хозяйствҽнноҽ) йәки дегет(дёготь) һабынын ҡырғыс аша үткәреп бер биҙрә йылымыс һыуға ҡушып һабын иреп бөткәнсе яҡшылап болғатабыҙ. Артабан 100 мл 9%лы һеркә(уксус) өҫтәп махсус һиптергес ярҙамында картуфтарға яҡшылап һиптереп сығабыҙ.
Был шыйыҡсаны мотлаҡ кискеһен йәки иртән, көн һалҡынында ғына ҡулланырға кәңәш итәләр.

Сығанаҡ: файҙалы кәңәштәр

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас