Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
6 Июнь 2025, 09:07

БАЛАЛАР ЛАГЕРЫ ЯБЫЛДЫ

БАЛАЛАРҘЫ ӨЙҘӘРЕНӘ ҠАЙТАРЫП ЕБӘРҘЕЛӘР

Шәхси лагерь янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн бер айға ябылды.

«Витим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йыл әйләнәһенә эшләгән шәхси балалар һауыҡтырыу комплексында янғын хәүефһеҙлеген боҙоу осраҡтары асыҡланған. Яҙғы тикшереү барышында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы инспекторҙары балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына туранан-тура хәүеф янауын раҫлаған 28 пункт буйынса акт төҙөнө.

Лагерь етәкселегенә йәйге миҙгел башланыр алдынан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бойороҡ бирелһә лә, тейешле саралар күрелмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, лагерға беренсе йәйге сменала 168 бала урынлаштырылған.

Туймазы районының суд приставтары башҡарма производствоны ҡуҙғатырға һәм учреждение эшмәкәрлеген 30 тәүлеккә туҡтатырға мәжбүр булды. Әлеге ваҡытта балаларҙы өйҙәренә ҡайтарыу ойошторолған.

Хәҙер етәкселеккә бөтә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы билдәләнгән ваҡытта бөтөрөү генә түгел, ә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын һанға һуҡмаған өсөн енәйәт яуаплылығы менән дә осрашырға тура киләсәк.

Автор:
Читайте нас