5 июнь — Бөйөк Ғәрәфә Көнө!
Ғәрәфә — хажиларҙың тормошонда иң мөһим, иң иҫтә ҡалырлыҡ көн! Бөгөндән улар Мина үҙәненә йыйылып, бөйөк Хаж ғибәҙәтен башҡарыуға тотона. Ә иртәгә улар Ғәрәфә тауында көн оҙоно доғала торасаҡтар.
Ғәрәфә көнө — изгеләрҙән-изге көн. Аллаһ Тәғәлә доғаларҙы кире ҡаҡмай торған бер мәл ул. Раббыбыҙ был көндө беҙгә лә тойорға, уның бәрәкәтен татыуға насип итһен!
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ былай тигән:
"Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотоусының үткән һәм киләсәк бер йыллыҡ гонаһтары юйыла."
Хажда ҡатнашмаһаҡ та, ошо көндө ураҙа тоторға, доғалар ҡылырға тырышайыҡ. Беҙҙең эҫелек Ғәрәфәләге йәки Ҡиәмәт көнөндәге эҫелек менән сағыштырырлыҡ түгел.
Ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ — Аллаһтың рәхмәтенә ирешәйек, гонаһтарҙан таҙарынайыҡ!