Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2025, 05:35

Аҡ юл һиңә, һылыуҡай

Үҙе уҡыған мәктәптең иң алдынғы, әүҙем уҡыусыларының береһе ул -  Айлина Ғәйнуллина!

Аҡ юл һиңә, һылыуҡайАҡ юл һиңә, һылыуҡай
Аҡ юл һиңә, һылыуҡай

Йомағужа 2-се урта мәктәбенең 11-се класы уҡыусыһы Айлина Ғәйнуллина физика менән математиканы айырыуса яҡын күрә. Был предметтар буйынса ул бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында ҡатнашып, бер нисә тапҡыр еңеү яулаған, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа, физика буйынса кубоктарҙа ҡатнашҡан.

  Йәмәғәт эштәренәндә ситтә ҡалмай. Район балалар йәмәғәт советының әүҙем ағзаһы булып тора.

 Айлина спортты ла үҙ итә, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, еңел атлетика буйынса мәктәп намыҫын яҡлай һәм призлы урындар яулай. Йомағужа ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөргә ваҡыт таба, волейбол, баскетбол уйнай, шулай уҡ был төрҙәр буйынса ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Уҡыусыларҙың физик культура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призер булған

 Аралашыусан, ярҙамсыл ҡыҙҙың дуҫтары бик күп, - ти уҡыусыһы хаҡында класс етәксеһе Лилиә Әхмәҙулла ҡыҙы Шаһиева.

  Һәр йәш кешегә хас булғанса, Айлинаның хыялдары бик күп. Киләсәктә ниндәй юл һайларын ул әлегә сер итеп тота. Шулай ҙа иманыбыҙ камил, тырыш ҡыҙ хыялдарын тормошҡа ашырыр, маҡсаттарына өлгәшер.

 

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас