Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2025, 04:30

Олоһон да, кесеһен дә берләштерҙе был байрам

 Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлағандан һуң барса халыҡтың бергә йыйылып, оҙайлы, мәшәҡәтле йәйге эштәр алдынан байрам итеүе борон-борондан ҡалған. Рәхәтләнеп күңел асып, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, таныш-тоноштар менән күрешеп, дуҫ-туғандар менән туйғансы аралашып алыу өсөн дә уңайлы һабантуй! Кемдер әйтмешләй, беҙҙекеләр бар күңелен һалып эшләй ҙә, күңелле ял итә лә белә: быйыл да, изге йоланан тайпылмайынса, күгәрсендәр республикала иң тәүгеләрҙән булып һабан байрамына йыйылды. Олоһон да, кесеһен дә берләштерҙе был байрам.  Берәүҙәр һабантуйҙа барған күренештәрҙе тамаша ҡылып, таныш-тоноштары, дуҫ-иштәре менән аралашып кинәнһә, сәмлеләр, етеҙҙәр, ҡомарлылар милли һәм спорт уйындарында ҡатнашты, төрлө бүләктәр алып ҡыуанды.  

Олоһон да, кесеһен дә берләштерҙе был байрамОлоһон да, кесеһен дә берләштерҙе был байрам
Олоһон да, кесеһен дә берләштерҙе был байрам

Һабантуйҙың йөҙөк ҡашы - бәйге

 Һабантуйҙы бәйгенән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Ҡайһы берәүҙәр нәҡ ат сабыштарын ҡарар өсөн генә килгән, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ! 

 Ат бәйгеһе өс уҙыштан торҙо: тәүгеһендә яҡшы тоҡомло һәм ярым ҡатнаш тоҡомло аттар ярышһа, икенсеһендә - “ҡунаҡ”аттар, өсөнсөһөндә иһә урындағы эш аттары ҡатнашты.

 1800 метрҙан торған дистанцияла үҙ-ара ярышҡан юртаҡтар уҙышын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Бына ҡайҙа ул юғары тиҙлек, ярыш сәме, еңеү шатлығы!

 Яҡшы һәм ярым ҡатнаш тоҡомло аттар ярышында “Тәүәкән”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте юртаҡтарына етеүселәр булманы һәм барлыҡ призлы урындарҙы ла улар яуланы – 1-се урында  Апельсинка ҡушаматлы атта Даниэль Таймасов, икенселә – үҙенең Хризантемаһы менән Снежана Таймасова, өсөнсө урында – Чемпион менән Николай Никитин.

 “Ҡунаҡ” аттар уҙышында “Тәүәкән” йәмғиәте вәкиле Даниэль Таймасов  Магомед ҡушаматлы атта бер кемгә лә ал бирмәне. Икенсе-өсөнсө урындарҙа - И.Хөсәйеновтың шәхси ярҙамсы хужалығынан (Ейәнсура районының Этҡол ауылынан) Аҡсарлаҡ ҡушаматлы атта Илһам Хөсәйенов менән  Миләште ауыҙлыҡлаған Алмаз Әбделғужин.

 Өсөнсө уҙышта урындағы эш аттары ҡатнашты.

Улар араһында С.И.Тужилкин крәҫтиән (фермер) хужалығы алға сыҡты: Аҙан менән Ильяс Шәрипов  беренселекте яуланы. “Утар”йәмғиәте өсөн сығыш яһаған Тамерлан Ҡорбанаев Малышы менән - икенсе, “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” даны өсөн көрәшкән Айҙар Ғибәҙәтов менән Буян өсөнсө урындарҙы алды.

Келәмдә – бил бирмәҫ батырҙар

 Ат сабышы һабантуйҙың төп сараларының береһе булған кеүек, милли көрәш тә халыҡтың иң яратҡан, борон-борондан был байрамдың йөҙөк ҡашы булып торған һәм йыл да мотлаҡ үткәрелә килгән ярыштарҙың береһе булып тора. Был юлы ла бил бирмәҫ батырҙар бер-бер артлы келәмгә сыҡты.

 Физик яҡтан көслө, сәмле, дәртле ир-егеттәр ҡағиҙә буйынса төрлө ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. 

  Ярыш бик сәмле барҙы. Еңеүсе исеменә иһә иң таһылдар лайыҡ булды. Шулай итеп, ирҙәр араһында 60 кг-ғаса ауырлыҡта Алмаз Мәжитов 1-се, Азамат Арапов 2-се, Ильяр Абдулғужин 3-сө, 70 кг-ғаса ауырлыҡта Илнар Ҡолдәүләтов 1-се, Ғәлим Ишмөхәмәтов 2-се, Илназ Фазылов 3-сө, 80 кг-ғаса ауырлыҡта Тимур Мәжитов 1-се, Илмир Ибраһимов 2-се, Филүс Ишемғолов 3-сө, 80 кг-дан ашыу ауырлыҡта Нурислам Миңнияров 1-се, Айгиз Зәйнетдинов 2-се, Артур Мәжитов 3-сө урын яуланы. Йәш көрәшселәр араһында Ислам Зәйнетдинов, Айсыуаҡ Ҡанбулатов, Динар Иҙрисов (40 кг-ғаса), Алмаз Абделғужин, Илфир Ғайсин, Азамат Рҫмөхәмәтов (50 кг-ғаса), Аслан Солтанбаев, Батыр Сәлихов, Рафаэль Ҡорбанаев (60 кг-ғаса), Дамир Ишбаев, Илназ Кәримов, Мирсал Иҫәнсурин (65 кг-дан ашыу) еңеүселәр исеменә лайыҡ булды.

 Ҡул көрәше (армрестлинг) ысын мәғәнәһендә ҡул көсө талап ителгән спорт төрөнә инә. Төрлө ауырлыҡ категорияһында уҙғарылған ярышта түбәндәгеләр иң көслөләре булып танылды: ҡатын-ҡыҙҙарҙан – Любовь Яцук, Әлфира Ҡунаҡбаева, Рәсилә Рафиҡова; егеттәр араһында – Артем Сурду, Илназ Фазылов, Денис Уразаев (70 кг-ғаса); Алишер Йомаев, Тимерхан Әминев, Данил Трофимов (80 кг-ғаса); ирҙәр араһында Самат Фәизов, Александр Кобельков, Сергей Иванцев (70-кг-ғаса); Фидан Исмәғилов, Ғазинур Юлдашбаев, Инсаф Ҡунысбаев  (80 кг-ғаса); Руслан Әминов, Владимир Мазаков, Максим Макшенцев (90 кг-дан юғары ауырлыҡта).

Гер күтәреү ярышы ла  ир-егеттәр һәм егеттәр араһында, ауырлыҡ категорияһына ҡарап, айырым үткәрелде. Үҫмерҙәр араһында Антон Атягин, Артем Сурду, Әлмир Иҙрисов (70 кг-ғаса),  Денис Уразаев, Данил Трофимов, Рамаҙан Аҡкилдин (70-дан ашыу), Айрат Бикбаев, Айнур Ғәббәсов, Роман Кудакаев (80 кг-ғаса), Артем Куракин, Юрий Кириллин, Айгиз Зәйнетдинов (80 кг-дан ашыу) еңеү яуланы.

100 метрға йүгереүҙә Дамир Яҡупов, Данил Ямтиев, Денис Ямтиев, Алина Хәсәнова, Дарья Петрова, Елизавета Фойкиналар иң етеҙҙәре булып сыҡты.

 Ергә ярым ауыш итеп күмелгән һәм еңелсә генә бәүелеп торған сайҡалыусы бумды, әлбиттә, иң сәмлеләр урап уҙманы. Бында Диана Имелбаева, Азамат Ишмөхәмәтов һәм Илназ Исламғоловҡа уңыш йылмайҙы.

 Үрелеп ҡарағанда кәпәсең төшөп китерлек баҡанға менеү, әлбиттә, һәр кемдең дә ҡулынан килерлек эш түгел. Шуға ла дәртләнеүселәр күп булһа ла, иң осҡа менеп етеүселәр артыҡ күп булманы. Иң бейеккә менгән Евгений Сурков 1-се урын алды. Алмаз Абделғужин, Искәндәр Кинйәбаев, Артур Усманов, Динар Әлимбәков унан бер аҙға ғына ҡалышты.

 Волейбол, футбол уйындарын үҙ итеүселәр ҙә күп беҙҙә. Апаруҡ уйнағандан һуң, ниһайәт, еңеүселәр асыҡланды: мини-футбол уйынында - “Тәүәкән” йәмғиәте, Мораҡ һәм Мәләүез спортсылары; волейбол уйынында – Юлдыбай ауыл биләмәһенең “Олимп”, “Тәүәкән” йәмғиәте, “Утар” йәмғиәтенең “Сәләмәтлек” (ир-егеттәр); Мораҡ ауыл биләмәһе, “Утар” йәмғиәте, Йомағужа ауыл биләмәһе (ҡатын-ҡыҙҙар) командалары.  

Һабантуйҙағы ярышты шахматсылар шулай уҡ көтөп ала. Был юлы уңыш түбәндәгеләргә йылмайҙы: ир-егеттәр араһында – Айнур Хәйеров, Илдар Ҡолтаев, Рөстәм Сураков; ҡатын-ҡыҙҙар араһында –Екатерина Хандошко, Наилә Асҡарова.

 Шашка уйынында Снежана Михайлова, Валентина Ростова, Татьяна Хандошко, Дамир Тләғолов, Николай Самохвалов, Иҙел Әҙелғужин уңышҡа өлгәште.

 Боронғолар “Кәзәһе түгел, мәҙәге ҡиммәт” тип белмәй әйтмәгән, арҡан тартышыу, тоҡ кейеп һәм ҡалаҡ ҡабып йүгереү, көйәнтә менән уҙышыу, приздар ҡырҡыу, бүрәнәлә тоҡ менән һуғышыу, дартс кеүек төрлө уйындарҙа үҙҙәрен һынап ҡарарға теләүселәр бихисап булды.

***

 84-се янғын-ҡотҡарыу часы уҙғарған ярышта ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереү командалары ҡатнашты. Ир-егеттәр янғын һүндереүселәрҙең махсус кейемен кейеү, хәүефһеҙ позиция биләү, махсус автомобилдән һыу биреү һәм шартлы янғынды һүндереү буйынса етеҙлектә ярышты. Мәҡсүт ауыл биләмәһе янғын һүндереүселәре иң етеҙҙәре булып сыҡты. Улар 1-се урын алды. Уларҙан саҡ ҡына ҡалышҡан Волостновка һәм Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәләре командалары 2-се, 3-сө урындарға сыҡты. Уларға район хакимиәтенең маҡтау грамоталары тапшырылды.

***

 Милли байрамдарыбыҙҙа аҡ тирмәләр ҡороп ҡунаҡ һыйлау йолаһы быуындан-быуынға тапшырыла килә.

 Быйылғы сарала ла ауыл биләмәләренең һәм хужалыҡтарҙың ялан буйлап теҙелгән аҡ тирмәләре үҙе бер ҙур булмаған ауылды хасил итеп, йылдағыса байрам күркенә әйләнде. Ҡул эштәре оҫталарының эштәрен сағылдырған, ауылдар тарихын яҡтыртҡан мөйөштәрҙән тыш, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, Ватанды һаҡлаусылар йылдарына арналған күргәҙмәләр һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте.

***

 Район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге бәйге уҙғарҙы. Командалар мас-рестлинг, суҡмар ырғытыу, арҡан тартыу кеүек ярыштарҙың биш төрө буйынса көс, сыҙамлыҡ һәм тиҙлектә ярышты. Көн шаҡтай эҫе булыуға ҡарамаҫтан, улар саңғыға ла баҫтылар.

   ***

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге почта хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йылдағыса ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторҙо һәм бүләк уйнатты. Был юлы “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусылар араһында уңыш Мораҡтан Мәрзиә Бикмәтова менән Үрге Мөрсәләйҙән Кәримә Ҡотлгилдинаға йылмайҙы. Уларҙың береһенә миксер, икенсеһенә вертикаль саң һурҙырғыс тапшырылды. Әйткәндәй, бүләктәр күп ҡалды. Баҫмаларыбыҙға яҙылып, квитанцияғыҙҙы беҙгә ебәреп, һеҙ ҙә даланығыҙҙы һынап ҡарағыҙ, дуҫтар!

***

Мәҙәниәт эшсәндәренең һәм һәүәҫкәрҙәрҙеңсағыу концерт номерҙары йылдағыса һабантуй сәхнәһен биҙәне. Сәхнә оҫталары йыр-моң һөйөүселәрҙең көслө алҡыштарына лайыҡ булды.

  ***

Һабантуй – ул халыҡ байрамы ғына түгел, шулай уҡ хужалыҡтар араһында барған үҙенсәлекле ярыш та. Көн дауамында хужалыҡ вәкилдәре һәм улар өсөн сығыш яһаусылар төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Сара аҙағында еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, быйыл иң күп мәрәй туплап, “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алға сыҡты һәм беренселекте яуланы. “ Хужалыҡ етәксеһе Данил Дәминдәровҡа 100 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды. “Утар” йәмғиәте (башҡарма директоры - Илмир Айытҡолов) икенсе урын яулап, 70 000  һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.  Өсөнсө урында – “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” (етәксеһе – Айрат Болғаиров), уларға 50 000 һумлыҡ сертификат бирелде.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас