

Матур йола буйынса байрам ҡунаҡтарын милли кейемдәрҙә күпереп бешкән икмәк, милли эсемлек – ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Быйыл беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға БР сауҙа һәм хеҙмәт министры Азат Асҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков, БР транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов һәм башҡалар килде.
Тәүҙә ҡунаҡтар һабайтуй яланының бер яғында урын алған ауыл хужалығы техникаһы менән танышты. “Тәүәкән”, ”Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”, “Иртөбәк агрофирмаһы” , “Утар” йәмғиәттәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡунаҡтар иғтибарына төрлө техника тәҡдим итте. Рәсәйҙә, сит илдә етештерелгән ҡеүәтле техника эргәһендә теләге булғандарға фотоға төшөргә лә мөмкинлек бирелде.
Быйыл һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәте зоотехнигы Татьяна Артемьева менән “Тәүәкән” йәмғиәтенең агроном-орлоҡсолоҡ белгесе Динар Кинйәбулатовҡа бирелде.
Артабан һүҙҙе район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин алды, йыйылыусыларҙы оло байрам менән тәбрикләне, уңыштарыбыҙҙы, ҡаҙаныштарыбыҙҙы барланы:
- Һабантуй – сәсеү кампанияһының тамамланыуын, киләһе уңышҡа нигеҙ һалыныуын кәүҙәләндерә. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән бергә һөҙөмтәләрҙе барлайбыҙ һәм киләсәккә яңы бурыстар ҡуябыҙ. Райондың бөтә хужалыҡтары билдәләнгән агротехник ваҡытҡа яҙғы-сәсеү эштәрен башҡарып сыҡты. Халыҡ игенсенең ауыр хеҙмәте уңыш менән барлана, тип әйтә. Ысынлап та шулай. Әммә яңы сәсеү миҙгелен лайыҡлы ҡаршылар өсөн уны тулы техник әҙерлек менән ҡаршы алырға кәрәк. Район хужалыҡтары етерлек күләмдә орлоҡ алды, модернизациялау процесы уңышлы алып барыла, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары алына. Быларҙың барыһы ла игенселәрҙең хеҙмәтен еңеләйтә һәм етештереү ҡеүәтен арттыра.
Быйыл бөтәһе 50 меңдән ашыу гектар сәселде, шул иҫәптән иген культуралары - 23 меңдән ашыу, техник культуралар – 22 меңдән ашыу гектарҙа. Бөтә күңелдән үҙенең көндәлек хеҙмәте менән район ҡаҙаныштарын арттырған һәм уның үҫешенә тос өлөш индергәндәргә ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.
Һабантуй – яҡшыға ышаныу, беҙҙең берҙәмлектең һәм рухи көстөң кәүҙәләнеше. Беҙ был байрамды еңел булмаған ваҡытта, халыҡ берҙәмлеге көсәйгән мәлдә үткәрәбеҙ. Күп егеттәр алдынғы һыҙыҡта, Тыуған ил, тыныслыҡ өсөн көрәшә. Шуға күрә беҙ тыныс шарттарҙа эшләй һәм ошондай байрамдар уҙғара алабыҙ, беҙҙең геройҙарға дан! - тине Марат Сәлим улы һәм яҙғы сәсеү эштәре йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә район хакимиәте дипломдарын, бүләктәрен тапшырҙы (исемлек 2-се биттә).
БР сауҙа һәм хеҙмәт министры Азат Асҡаров республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың, БР Хөкүмәтенең ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Һабантуйҙың күп милләтле халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, дуҫлығын күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөгөн беҙ көндәлек хеҙмәте менән республиканы ауыл сәнәғәте күрһәткестәре буйынса алдынғы урындарҙа тотҡан ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләйбеҙ, бына күп йылдар инде Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙа килә, шулай уҡ республика ҡоро һөт етештереү, ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге 5-әү иҫәбендә, тип билдәләне. Былтыр шәкәр сөгөлдөрө, май культуралары рекордлы уңыш биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, быйыл да аграрийҙар һынатмаҫ, мул уңыш алыр, тигән ышанысын белдерҙе. Был тантаналы көндө күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, эштәге юғары һөнәри оҫталығы, Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар баҙары өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн эшҡыуарҙар Фәиз Ваһапов, Ҡәмәриә Дәүләтбирҙина, Марина Иванова, Алексей Кочемиров, Эльвира Рауилова, Руслан Саттаров, Эльвира Сәлихова, Гөлнур Фәйзуллина,
Ренат Хоҙайғолов, Фәнил Йосоповтар министр ҡулынан Сауҙа һәм хеҙмәт министрлығының Маҡтау грамотаһын; “РОСКАДАСТР” асыҡ-хоҡуҡи компанияһы алдында торған бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм хеҙмәттәшлек иткәне өсөн район хакимиәтенең йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре буйынса бүлеге начальнигы Лилиә Фәйзуллина “РОСКАДАСТР” асыҡ-хоҡуҡи компанияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Рәхмәт хатын; юғары һөнәри оҫталығы, эштәге намыҫлы хеҙмәте һәм өлгәшкән уңыштары өсөн Мораҡ үҙәк район дауаханаһының табип-педиатры Ленар Абдуллин, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы ярҙамсыһы Альбина Байазарова, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Йәнбикә Фәизова БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының маҡтау грамоталарын алып ҡыуанды.
Артабан майҙандағы халыҡты БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков, БР транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғариповтар ҡотланы һәм бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына үҙ министрлыҡ һәм ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын, рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Урындағы үҙидара органдарындағы намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары
Руслан Йәнгировҡа, рәхмәт хаттары район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллинға, Иртөбәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Закир Үзбәковҡа тапшырылды. Локаль һуғыштар ветерандары, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ағзалары Сәғәҙәт Баймырҙин, Йондоҙ Ҡолтаев, Илдар Мәхмүтов, Михаил Савельев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Ниғәмәтуллиналарға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең рәхмәте белдерелде. Намыҫлы хеҙмәте һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн “Русдормаркер” йәмғиәтенең генераль директоры Руслан Ибраһимов Руслан Басир улы, ”БашАльянсСтрой” йәмғиәтенең юл мастеры Хәиф Ваһапов, Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы тракторсыһы Василий Суняйкин, “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы водителе Анатолий Тумановтар БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Ғүмер байрамдары уңайынан “Мораҙым” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Факил Бикбаевҡа һәм хеҙмәт ветераны Мансур Йәғәфәровҡа ҡотлау адрестары тапшырылды.
***
Муниципаль берләшмәләрҙең урындағы бюджетына ярҙам итеү программаһы сиктәрендә бүленгән аҡсаға “К-708 УДМ” тракторы алына, уның асҡысын район Советы рәйесе Айҙар Сәхибгәрәевҡа юл хужалығы министры урынбаҫары Р.Ғарипов тапшырҙы.
Хөрмәтле яҡташыбыҙ, “Башспирт” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәиф Әбдрәхимов та яҡташтарына бүләккә тирмә ебәргән.
***
Артабан майҙан район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәр артистары һәм тәрбиәләнеүселәре, Мораҡ һәм Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларына бирелде. Уларҙың сығышы һәр ваҡыттағыса сағыу һәм йөкмәтклеле булды: һабантуйға йыйылыу, күп милләтле халҡыбыҙҙың йолаларын, көнкүрешен сағылдырыусы бейеүҙәр, ә Мораҡ 1-се урта мәктәбенең Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған сығышы - ерҙә һуғыш булмаһын, тигән теләктәре һәр кешенең күңелендәге, йөрәгендәге уй-теләктәренә ауаздаш булғандыр, моғайын.