

Яҙыусы Мөнир Ҡунафин үҙенең пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә саҡыра. Ул III Халыҡ-ара «Китап-байрам» китап йәрминкәһенең төп сәхнәһендә ҡуйыла.
«Бер ғүмер етмәй икән...» спектаклендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башкортостан яугирҙарының батырлығы, ҡаһарманлығы һәм илһөйәрлеге сәхнәләштерелә. Спектаклдә Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров, Батырлыҡ ордены кавалеры Фәнис Хөсәйенов һәм башҡа батырҙарҙың йыйылма образдары сағылдырыла.
Спектакль бөгөн 15:30 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ!