Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Май 2025, 09:10

Насар ғәҙәттән арынығыҙ!

Йыл һайын 31 майҙа Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөнә арналған саралар үтә, уларҙың маҡсаты – халыҡты насар ғәҙәттән арындырыу.

Бөгөн миллионлаған кеше сәләмәт йәшәү рәүешен тоторға тырыша, спорт менән шөғөлләнә. Тартыусылар тәмәке тартыу тураһында нисек кенә матур итеп һөйләмәһен, бөтәһе лә уның кешенең үҙенә һәм эргә-тирәһендәгеләргә ниндәй зыян килтереүен бик яҡшы белә. Тәмәке алыуға шундай ҙур аҡсалар сарыф итеп, аҙаҡ уның никотинын һәм канцероген смолаһын еҫкәргә, аҙаҡ хроник йүткереү, гастрит кеүек ауырыуҙарға дусар булырға?

  Эксперттар әйтеүенсә, тәмәке төтөнөндә дүрт меңдән ашыу химик матдәләр бар, уның 40-ы ауыҙ, тамаҡ, бронхалар рагына алып килеүсе канцероген булып тора: бензпирен, N-нитрозамины, аммиак, полоний, стронций.

Никотинға өйрәнеү арҡаһында күптәр тәмәкене тиҙ генә ташлай алмай. Кешенең психикаһы шулай ҡоролған, ниндәйҙер ғәҙәттән баш тартҡанда, кешелә дискомфорт һәм үҙеңдең өйрәнгән ғәҙәтеңде һаҡлап ҡалыу теләге тыуа. Һорау алыу шуны күрһәтә, тәмәке тартыу ылығыу коммуникатив функцияға тәьҫир итә, улар тәмәке тартыу кешегә башҡалар менән аралашыуға, һөйләшеп китеүгә ярҙам итә, психологик яҡтан хәүефһеҙ аралашыуҙы булдыра тип иҫәпләй. Күп пациенттар әгәр тартмаһаң, күп эшләргә тура килә һәм коллективта башҡаларҙан айырылып торғобоҙ килмәй тип иҫәпләй. Шуға күрә ойошма һәм учреждение етәкселәренә тартмаған хеҙмәткәрҙәргә премия биреү кеүек бүләкләүҙәр уйлап табырға кәрәк.

 Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса йыл һайын тәмәке ете млн кешене алып китә, уның 6 млн - үҙҙәре тарҡан кешеләр булһа, 1 млн – төтөн еҫкәүселәр.

Тартыусы ҡатын-ҡыҙҙар айырым хәүеф төркөмөнә инә. Уларҙың репродуктив функцияһы боҙола, ундайҙар үҙҙәренең һәм балаһының һаулығына зыян килтерә. Ундай әсәйҙәрҙең һөт барлыҡҡа килеү процесы боҙола, улар сабыйҙарын етерлек кимәлдә һөт менән тәьмин итә алмай.

Тәмәке менән мауыҡҡан әсәйҙәрҙең сабыйҙары бронхиаль астма, аллергия ауырыуҙарына дусар була. Ундай ғаиләләрҙә, ғәҙәттә, малайҙар һәм ҡыҙҙар иртә тарта башлай, сөнки улар өлкәндәрҙән өлгө ала. 

Һорау алыу күрһәтеүенсә, күптәр мәктәптә уҡығанда уҡ үҙҙәренең тиҫтерҙәре араһында көсһөҙ булып күренмәҫ өсөн тәмәкегә ылығып киткән. Шуға күрә башланғыс кластарҙан алып уҡыусылар араһында санитар-уҡытыу эшен киң йәйелдерергә кәрәк. Өлкән кластарҙа, никотинға ныҡлап өйрәнеп киткәндә, һуң булыуы ихтимал.

Тәмәкене ташлау еңел түгел. Уны ташлаған мәлдә абстинент синдромы барлыҡҡа килергә мөмкин: кеше тиҙ ҡыҙып китеүсән, йонсоу, кәйефе бер күтәрелә, бер төшә, еңелсә башы әйләнә, тәмәке тартҡыһы килә. Уйы һәр саҡ шул тәмәке тирәһендә урала, һәр саҡ нимәлер етмәй. Кеше түҙә алмай һәм яңынан тарта башлай.    

Алда һанап үтелгән ауырлыҡтарға ҡарамайынса, күптәр үҙаллы был сирҙән ҡотола ала. Әгәр үҙегеҙ ҡотола алмаһағыҙ, консультация һәм медицина ярҙамы алыр өсөн дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Тартыуҙы ташлауҙы еңеләйтеү өсөн медикаментоз препараттар бар, рефлексотерапия үтергә мөмкин.

Һуңғы йылдарҙа айырыуса үҫмерҙәр араһында электрон тәмәке бик популяр булып китте. Күптәр уларҙы зыянһыҙ тип уйлап ныҡ яңылыша. Уларҙа ла никотин бар, ә аэрозоль составында пропиленгликоль барлыҡҡа килә, ул бауыр күҙәнәктәрен зарарлай, диацетил тигән хәүефле матдә үпкәне бөтөрә. Глицерин 300 градусҡаса йылынһа, токсин – акролеин барлыҡҡа килә. Ул тамаҡ һәм тын алыу юлдарына ғына түгел, ә киләсәк быуындың һаулығына ҙур зыян килтерә.

Тәмәкене ташлағыҙ! Һаулығығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Мөҙәрис ХӘБИБУЛЛИН,

Мораҡ үҙәк район дауаханаһының табип-наркологы.

Автор:
Читайте нас