Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Май 2025, 12:45

Йәш егеттең ғүмере өҙөлгән

Башҡортостанда 18 йәшлек егет юл фажиғәһендә һәләк булған. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария бөгөн иртән Көйөргәҙе районындағы Ермолаевка — Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлында теркәлгән.

«Лада Гранта» рулендәге йәш водитель идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан һәм машинаһын ауҙарған. Ул ваҡиға урынында йән биргән. Егеттең водитель таныҡлығы булмаған.

Юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре асыҡлана.

Автор:
Читайте нас