Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Май 2025, 06:12

Ҡыяр япраҡтары һарғайһа

Ҡыяр япраҡтары ни өсөн һарғая? Үҫемлеккә азот, магний, тимер матдәләре етмәгән осраҡта, һыуҙы артыҡ күп йәки әҙ һипкәндә, Һалҡын температуранан, ҡыярға яҡтылыҡ етмәгәнлектән һарғайыуы мөмкин. Уны туҡтатырға ябай ысулдар ярҙам итер

✅ 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы сода һалабыҙ һәм үҫемлектәргә ҡойоп сығабыҙ.
Эретмә ҡыяр япраҡтарын һарғайыуҙан һаҡлай һәм нығыта.

 

✅ 1 литр һыуға 1 сәй ҡалағы сода һалабыҙ һәм япраҡтарға һибеп сығабыҙ.

 

✅ 10 литр һыуға 2 литр кефир һалып яҡшылап болғатабыҙ. Эретмәне ҡыяр япраҡтарына һибәбеҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас