Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Май 2025, 06:30

Үксәләрегеҙ ярылып аптыратһа

Йәй көндәре үксәләр ярылып аптырата. Түбәндәге рецепттарҙы ҡулланып ҡарағыҙ:  

*Йоҡлар алдынан календула майын “һыу мунсаһында” йылытып алғандан һуң, марляны шуға манып, ярылған үксәгә һөртөгөҙ. Яралар төҙәлгәнгә ҡәҙәр дауам итегеҙ.

 

*Ун төймә аспиринды порошок хәленә килгәнсе төйөгөҙ. Өҫтөнә ярты стакан спирт һәм бер шешә йод алығыҙ. Ҡатнашманы яҡшылап болғатып, ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. Йоҡлар алдынан үксәгә һылағыҙ.

 

*Бер йомортҡа һарыһына бер аш ҡалағы үҫемлек майы һәм бер сәй ҡалағы аш һеркәһе һалығыҙ. Уны ҡулланыр алдынан аяҡтарығыҙҙы 10-15 минутҡа йылы һыуға тығып тороғоҙ. Унан ҡатнашманы үксәләрегеҙгә һылағыҙ, полиэтилен пакет һәм йылы ойоҡбаш кейегеҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас